Рекламный баннер 990x90px bantop

Мәхмүт ауылы халҡы тағы бер ҡаһарман улы контракт хеҙмәте рядовойы Ринат Таһиров менән бәхилләште

14:19 11.09.2024 16+
Мәхмүт ауылы халҡы тағы бер ҡаһарман улы – контракт хеҙмәте рядовойы Ринат Таһиров менән бәхилләште.

Ринат Ғөбәйҙулла улы 1980 йылдың 24 декабрендә тыуған. Әбделмәмбәт урта мәктәбендә 9 йыл уҡығандан һуң 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә, оҙаҡ йылдар Магнитогорск ҡалаһының “Мостострой” ойошмаһында хеҙмәт итә.

Ағымдағы йылдың 9 июлендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Өлкән уҡсы-сапер вазифаһында хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Йәл, 29 августа батырҙарса һәләк була...

Ҡаһарман яҡташыбыҙ Р. Ғ. Таһиров тураһында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

168

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ