Рекламный баннер 990x90px bantop
Иртәгә, 19 июлдә 12.30 сәғәттә Асҡар ауылының үҙәк майҙанында махсус хәрби операция яугире Наил Жәмил улы Солтановты һуңғы юлға оҙатыу уңайынан матәм митингыһы үтә
20:10 18.07.2025 16+
Иртәгә, 19 июлдә 12.30 сәғәттә Асҡар ауылының үҙәк майҙанында махсус хәрби операция яугире Наил Жәмил улы Солтановты һуңғы юлға оҙатыу уңайынан матәм митингыһы үтә.
МХО зонаһына үҙ теләге менән киткән Наил Солтанов Сармат батальонының 30-сы айырым гвардия бригадаһында өлкән техник булып хеҙмәт итте. Яу яланында күрһәткән батырлығы икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнгән. Н. Солтанов хеҙәмт иткән командование исеменән ҡыйыу яҡташыбыҙҙың үҙ бурысын намыҫлы үтәүе хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә рәхмәт хаты ебәрелгән: “Ил һағында тоғро хеҙмәт иткән яҡташығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, – тигән юлдар бар унда.
Алғы һыҙыҡта булған Наил Солтанов хәрби бурысын үтәгәндә ҡаты яралана һәм Мурманск ҡалаһы госпиталенә оҙатыла. Тик ауыр яраларҙан мандый алмай, вафат булды.
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың әсәһе Илсия Ғабдулла ҡыҙының, атаһы Жәмил Сибәғәт улының, улы Инсафтың, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Йәнең йәннәттә булһын, батыр!

Оставить сообщение: