Рекламный баннер 990x90px bantop

Әбйәлил егеттәре еңеү яулаған!

08:15 30.07.2025 16+
Әбйәлил егеттәре еңеү яулаған!

Башҡортостан уҡсылары Екатеринбургта «Халыҡтар дуҫлығы кубогы» халыҡ-ара турнирында миҙалдар яулаған. Ярышта туғыҙ илдән йыйылған 25 уҡсы ҡатнашҡан. Рәсәй, Белоруссия, Пакистан, Үзбәкстан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Төркиә, Гвинея, Иордания һәм Йемен спортсылары араһында сығышы менән Әбйәлил районынан Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рушан Хәсәнов «Рейд 2-3-3» маршрутында еңеүсе булған, ә инде Нуриман Хәйруллин «Рейд 2-3-4» маршрутында икенсе урынды алған.

Шулай уҡ Рушан Хәсәнов ике маршрут йомғаҡтары буйынса абсолют зачетта пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелгән. Яҡташыбыҙ Мәскәү өлкәһенән донъя чемпионы Сергей Одиноковтан ғына ҡалышҡан.

Ҡотлайбыҙ, егеттәр!
2005

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ