Рекламный баннер 990x90px bantop

Халиҡов Хәкимйән Имелбай улы

12:39 20.08.2025 16+
Халиҡов Хәкимйән Имелбай улы.
Халиҡов Хәкимйән Имелбай улы 1920 йылдың 15 майында Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. 1928 йылда Ҡаҙмаш башланғыс мәктәбенә уҡырға төшә һәм 1932 йыл дүртенсе тамамлап, шул йылды Билал мәктәбенә бишенсе класҡа бара.1933 йыл кире Ҡаҙмаш мәктәбенә ҡайтып уҡыуын дауам итә.1937 йыл мәктәпте маҡтау ҡағыҙы менән тамамлай. 1937-1940 йылдарҙа Белорет районы Сәрмән башҡорт педагогия училищеһында уҡый.1940 йылда Ҡаҙмаш ете йыллыҡ мәктәбендә 4 кластарҙы уҡыта. 12 декабрь 1940 йыл Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәкимйән Халиҡов Украинаның Житомир өлкәһе Новоград-Волынск ҡалаһында 35-се танк дивизияһының айырым артиллерия дивизионында зенитсы булып хеҙмәт итә.
Ҡәһәрле 1941 йыл.. һуғыштың тәүге көнөндә үк немец самолеттары Новоград- Волынск ҡалаһын бомбаға тота. Хәкимйән хеҙмәт иткән часть тә һуғышҡа инеп китә. 1941 йылдың сентябрь аҙағына тиклем бер нисә алышта ҡатнашырға өлгөрә, ләкин дивизия ҡамауға эләгә һәм 27 сентябрҙә ҡапма-ҡаршы осрашып һуғышҡан ваҡытта яраланған Хәкимйән Имелбай улы немецтар ҡулына эләгә.
1941 йылдың октябре-1942 йылдың 10 майы – төрлө лагерҙарҙа һәм Шепетовкала( Украиналағы ҡала);
1942 йылдан-1943 йылдың 10 майы – Новград- Волынский концлагерында;
1943 йылдың 25 майы- 1944 йылдың 1 сентябре- “Мец” Лотарингия концлагерында;
1944 йылдың октябре-1945 йылдың 10 марты – “ Саарбрюккен” (Германия менән Франция сигендә);
март һәм 1945 йыл 21 апрель –“ Людвигсхафен” лагерында һәм немец ҡоллоғонан азат ителеү;
апрель-1945 йылдың 12 июне- француздар һәм американдар ҡулында;
13 июнь-16 август – тикшеренеү- фильтрациялау пунктында ( Польшалағы Легница ҡалаһы) һәм ауылға ҡайтыу;
23 август – 3-6 сентябрь 1945 йыл ауылға ҡайтып етеү.
Уға 1945 йылдың апрель айына тиклем фашист тотҡонлоғонда ыҙа сигергә тура килә. Ул Польша, Германия һәм Франциялағы концлагерҙа була. 1945 йылдың 25 апрелендә француз ғәскәрҙәре совет тотҡондарын фашистар тырнағынан ҡотҡара. 1945 йылдың 6 сентябрендә Халиҡов Хәкимйән Имелбай улы тыуған ауылына ҡайтып төшә. Уның шул көндәге шатлығын һүҙ менән аңлатып булмай.
Хәкимйән Имелбай улы 1948-1951 йылдарҙа Магнитогорск уҡытыусылар әҙерләү институтының тәбиғәт- географик факультетында ситтән тороп уҡый һәм уңышлы тамамлай. Артабан, 1960-1960 йылдарҙа, Бөрө педагогия институтының биология факультетында икенсе диплом ала.1960 йылдан алып райондың төрлө район мәктәптәрендә- Ҡаҙмаш. Буранғол, Байым, Асҡар, Ярлыҡап, Амангилде мәктәптәрендә балаларға белем бирә.
Дәүләт уның эштәрен юғары баһалай : “ Халыҡ мәғариф алдынғыһы”, “ СССР Геология һәм ер аҫты байлыҡтары министерлығы алдынғыһы”, йәмғиәт эшендәге алдынғыһы өсөн КПСС өлкә комитетының Почет грамотаһы, РСФСР “Белем” йәмғиәтенең рәхмәт ҡағыҙы һәм башҡа бүләктәргә лайыҡ була. Хәкимйән Имелбай улы “Германияны еңгәне өсөн”, “ Бөйөк Ватын һуғышында еңеүгә 20 йыл”, “Ҡораллы көстәргә 50 йыл”, “ Ҡораллы көстәргә 60 йыл” юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.Оҙайлы һәм көсөргәнешле эшләү һаулығын ҡаҡшата.1978 йылдың июнь айында хаҡлы ялға китә һәм 1980 йылдың 27 майында баҡыйлыҡҡа күсә.

Халиков Хәкимйән Имелбай улының “ Хәтәр юлдар үткән йылдарҙа ярты ғүмеремде юғалттым”,(2015 ) китабынан өҙөк.
Әсирлек
Күҙемде асҡанда таныш булмаған кешеләр араһында ята инем. Бер нәмәлә аңламайым – тәрән үҙәк эсе. Атыш ишетелә. Дүрт немец автоматсыһы йөрөп тора. Яралылар ыңғыраша. Һыу һорап ялбарған тауыштар ишетелә. Минең янда бер рус һалдаты ята. Уның бер аяғы өҙөлөп ҡалған. Әрнеүле тауыш менән ыңғыраша. "Ой, бер тамсы ғына һыу бирегеҙсе, ой! Ауыр миңә, түҙә алмайым…" - ти. Көн кискә һарҡты. Эңер төшә башланы. Парлап аттар егелгән өс подвода килде. Ауыр яралыларҙы арбаға тейәй башланылар. Немецтар "Ауф, ауф!!! Рус капут!" - тип ҡысҡырыша. Мин дә яйлап ҡына торҙом. Тәндең һыҙламаған урыны юҡ кеүек. Баш әйләнә, күҙ алды ҡараңғылана. Тәнтерәкләп саҡ баҫып торам. Арбалар үҙәк буйлап түбән китте. Улар артынан беҙҙә эйәрҙек. Алдан, арттан, ике яҡтан автомат тотҡан немецтар бара. Был минең үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр ҡарауыл аҫтында барыуым ине. Ситкә бер аҙым да тайшанырға ярамай. Немец конвойы мығырҙана ла, приклад менән эләктереп тә ебәрә. Йылға аша сығып бер ауылға үрелдек. Унда бер кем дә юҡ икән. Теҙелешеп, аҡырын ғына алға шыуышабыҙ. Ҡайҙа барабыҙ, бер кем дә белмәй. Оҙаҡ, туҡтамай барыу арытты. Тамаҡ ҡатты, тик һыу ғына эске килә. 1941 йылдың октябрь айы. Ҡырҙа, ҡола ялан уртаһында ятабыҙ. Немецтар беҙҙе овчарка менән һаҡлап тора. Көндәр һыуыҡ, өшөйбеҙ. Ышыҡланырға бер нәмәлә юҡ. Аслыҡ башланды. Ашауға сей картуф, мал сөгөлдөрөн алып килеп ырғыталар. Берәр кружка һыубирәләр. Йылы аш, икмәк күргән юҡ.Халыҡ йонсой, бетләй башланы. Ҡаты яралылар үлә башланылар, медицина ярҙамы юҡ. Немец штык менән сәнскән бил боҙолоп, шешеп китте. Баш тубал һымаҡ шешек. Шул бер ураған бинт, сепрәк менән йөрөйөм, уның аҫтында бет, һеркә мыжғып тора, яра бик яман эренләне. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡәһәрле көндәр шулай башланды. Ул ҡасан бөтөр, билгеһеҙ. Киевҡа алып килделәр. Унан поезға тейәнеләр. Киттек. Вагон шыплап тултырылған, тәҙрәләр бикле, ә тышта - немецтар, һаҡсылар тора. Шепетовка ҡалаһына килеп төштөк. Ошонда алты ай буйына лагерь эсендәге "лазаретта" яттым. Унан алда бер ат һарайында тоттолар. Тәҙрәләре ватыҡ, көҙгөһыуыҡ ел өрә. Иҙәненә һалам түшәлгән. Ошонда минең уң аяҡтың сәтәкәйе өшөп төштө. Хәрби тотҡондар тағы ла ҡырыла башланы. "Лазаретта" ятҡанда көн һайын 40-50 кеше үлеп торҙо. Бөгөнгөләй хәтерләйем, бер иртән уянып китһәм, янымдағы ике күршем дә үлеп ята. Бер немец, ике полицай килеп инде лә боттарынан тотоп, үләкһә хайуан кеүек һөйрәп алып сығып китте. Беҙ бер-беребеҙгә ҡарашып, баш һелкеп кенә ҡуйҙыҡ. "Ошо көн беҙгә лә киләсәк", - тигән уй анда нығынды. Бер ваҡыт тиф ауырыуы таралып китте. Мин дә сирләй башланым. Иҫтән яҙам, һаташам. Сәс ҡойола. Аслыҡ менән йонсоталар. Дошман ҡулына төшкәне бирле йүнле тамаҡ күргән юҡ. Тәүлегенә 250 грамм икмәк бирәләр, уныһы ла бысҡы табы ҡушып бешерелгән. Ике тапҡыр баланда тейә, ул сөгөлдөр, кәбеҫтә һыуынан тора. Әгәр ҙә картуф һыуы баландаһы булһа, тамаҡ туйғандай булып ҡала. Иртәнсәк "кофе" һыуы килтерәләр. Халыҡ аслыҡтан шешенә башланы, мин дә шулай. Аяҡ ауырайҙы, хәл бөтә. Тәүҙә урындыҡтың өсөнсө ҡатына менеп ята инем, хәҙер икенсеһенә төштөм, сөнки төндә күтәрелергә хәл етмәй.
Шулай итеп, март айы килеп етте. Шепетовка лагеренда алты мең кеше үлде, тинеләр. Хәрби тотҡондар яранан үлмәне, бәлки аслыҡтан, йонсоуҙан, тифтан ҡырылды.

#АбзелиловскийИКМ
#80летВеликойОтечественнойвойне
#Бессмертныйполк
#Памятьпоколений
637

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ