Рекламный баннер 990x90px bantop

«Нәҫелебеҙ менән яугир рухлыбыҙ...»

11:04 23.08.2025 16+
«Нәҫелебеҙ менән яугир рухлыбыҙ...»

Илдә барған хәлдәр күп ғаиләләрҙе урап үтмәне. Ирҙәрен, улдарын утлы ғәрәсәткә оҙатып, йөрәген усына тотоп ултырғандар байтаҡ. Бөгөнгө һүрәтләмә үлем менән күҙгә-күҙ осрашһа ла, үҙенең хәрби тәжрибәһе, сослоғо, һиҙгерлеге арҡаһында иҫән ҡалған, батырлығы өсөн Суворов миҙалына лайыҡ яугир хаҡында.

Михайловка ауылында йәшәүсе Ләйсән һәм Радмир Ғиләжевтар бар яҡтан өлгөлө, матур ғаилә. Сәскәләй өс ҡыҙ үҫтергән татыу пар районда, ауылда уҙған бөтә саралар-конкурстарҙа ҡатнаша, гөрләтеп донъя көтә, үҙҙәренең әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүеше менән күптәргә өлгө булып тора. Ғаилә башлығы Радмир Рамил улы Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй, Ләйсән Әүәл ҡыҙы райондың мәҙәни-ял үҙәгенең Таштимер филиалы мөдире. Иң өлкән ҡыҙҙары Рушана медицина буйынса белем алған, Өфөлә фармацевт. Раяна быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған, юриспруденцияны үҙ иткән ҡыҙ Өфөгә колледжға уҡырға ингән. Төпсөк, иркә ҡыҙыҡай Камилла яңы уҡыу йылында 5-се класҡа барасаҡ. Йыр-моңға ғашиҡ әсәләре кеүек үк сәнғәткә битараф түгелдәр, өсөһө лә матур бейей.

Тик, 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, йәп-йәш егет көйө Чечня утын үткән Радмир Ғиләжев тыныслығын юғалта. Бер нисә тапҡыр Өфөгә барып, башҡорт батальондары хаҡында белешә. Росгвардия аша ла китмәксе була. Ҡатынының ҡырҡа ҡаршы булыуы теләген бер аҙ һүрелтә. Тик ваҡытлыса.

— Беҙҙең нәҫел ир-егеттәре бөтәһе лә ҡыҙыу ҡанлы, яугир рухлы. Әсәйем яғынан олатайым Сәмиғулла Абдулхаҡов — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бер туған ҡустым әле махсус хәрби операцияла. Ағайым Хәлил Абдулхаҡов Афған ветераны. Уның улы, минең ике туған ҡустым үҙ теләге менән китеп МХО-нан аяҡһыҙ ҡайтты, шулай булһа ла хәрби юлын ташламай, Сыбаркүл полигонында буласаҡ яугирҙәрҙе әҙерләй. Тағы бер ҡустым мобилизация буйынса китеп, үҙен ҡыйыу яугир итеп танытты, — ти Радмир Рамил улы. — Атайым яғынан да өс ҡустым шунда. Туғандарым махсус хәрби операцияла, ә мин ағай булып бармай ҡалһам тигән уй тынғы бирмәне. Ләйсәнде 4 айға тип кенә өгөтләп, уның ризалығын алдым.

Чечняның «Ахмат» полкы аша МХО-ға юлланған Радмир Ғиләжев спецназдар әҙерләүсе университетта ун көнлөк әҙерлек үтә. Артабан Луганск ҡалаһында окоп, блиндаждар менән хәрби шарттарға яҡынлаштырылған күнекмәләр була.
Яуаплы, үткер «Малай» позывнойлы яугирҙе командирҙары төркөм етәксеһе итеп тәғәйенләй. Ике ай алғы һыҙыҡта яраланыусыларҙы эвакуациялауҙа йөрөй, уларға тәүге медицина ярҙамын күрһәтеп, табиптар ҡулына тапшыра. Ауыр яралыларҙы госпиталдәргә ебәрәләр. Дрондар туҡтауһыҙ һөжүм иткән асыҡ яланда үҙҙәренең ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып башҡа һалдаттарҙы ҡотҡарырға тырышыуҙары үҙе батырлыҡҡа тиң. Һәләк булған яугирҙәрҙе лә яу яланынан күп сығарырға тура килә.

Тағы ике ай ҡыҙыл линияла, йәғни алғы һыҙыҡта булалар. Позицияның төп бурысы — ҡаршы яҡты үткәрмәү. Төркөм командованиеның күҙ-ҡолағы: дошмандың күпме хәрби техникаһы, һалдаттары барлығы хаҡында мәғлүмәт бирәләр, теүәл координаттарын еткерәләр.

— Көн-төн уяу булырға кәрәк, дошман ҡаршыла, йылға ашаһында ғына, хатта уларҙың һөйләшкәне ишетелеп тора. Егеттәр икешәр сәғәт кенә алмашлап йоҡлап ала, сөнки әлдән-әле һөжүм итәләр. Бер мәл беҙҙе йәшенгән урындан сығарыу өсөн яндырҙылар. Үҙебеҙҙең сослоҡ арҡаһында тере ҡалдыҡ, — ти яугир.

Төркөмгә яуаплы булғас, Радмирға йоҡо эләкмәй. Ашау, кейем яғын да уға хәстәрләргә кәрәк. Кәрәк-яраҡ алып килеү, бәйләнеш өсөн телефондарҙы зарядкалау өсөн бер нисә километрҙағы һары линияға йөрөргә тура килә.

— Бер ваҡыт командир шул урынға һеҙгә «коробочка», йәғни икмәк һәм һыу ҡалдырҙыҡ тип хәбәр итте. Мин тейешле урынға барып еттем тигәндә генә, баш осомда дрон пәйҙә булды. Тиҙерәк йәшникте лә алғы килә, әммә хәүефле. Дрон-ға атырға ла ярамай, шунда уҡ икенсеһе киләсәк. Бер нисә сәғәт ағас аҫтында ҡымшанмай торҙом. Шулай ҙа ризыҡты ла алырға яҙманы. Ундағы нәмәләрҙе пыран-заран килтереп атып бөткәндәр ине. Бындай саҡтарҙа һыуһыҙ ултырған, күгәргән икмәкте ашаған мәлдәр булды, — тип һөйләй Радмир Рамил улы.

Тағы ла үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яугир мөғжизә менән генә әжәлдән ҡотола. Төнөн «Баба-яга» тип йөрөтөлгән ҙур беспилотник һөжүменән саҡ тере ҡалған Радмир шул көндә яңынан тыуғандай була. Сөнки кирбес стеналар ҡыйралып төшә, ә уға ярсыҡ та эләкмәй. Ул бөгөрләнеп ятҡан урын ғына шул көйө ҡала. Хоҙай һаҡлағандыр... Һуғышта күргәндәрҙең был бер өлөшө генә. Һөйләргә ярамағандарын да, яҙып булмаҫтайын да күп күргән яугир. Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, бындағы проблемалар бөтөнләй ваҡ күренде, ти ул.

Радмир Ғиләжев комбинаттағы эшен дауам итә. «Боевое братство» ойошмаһы менән бергә төрлө сараларҙа ҡатнаша.
— Радмир өйҙә булмағанда, хәл белешеп, ярҙам күрһәтеп торған «Боевое братство» егеттәренә ҙур рәхмәт, — ти ғүмер юлдашы Ләйсән. — Ойошма әүҙем эшләй, ундағы алты ғаилә гел бергәбеҙ, байрамдарҙы күмәкләп үткәрәбеҙ.
МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ҡарал-ған путевка буйынса август башында «Ассы» шифаханаһында һаулыҡтарын нығытҡандар. Әле хәрби хәрәкәттәр ветеранына федераль программа буйынса илдең теләгән төбәгендә реабилитация курсын үтергә тәҡдим иткәндәр.

Кире МХО-ға, ҡустыһы янына китеү теләге лә булған Радмирҙың. Тик ике улы ла һуғышта йөрөһә, әсәһенә уғата ҡыйын булыр тип ҡәҙерле кешеһен, ғаиләһен уйлап ҡала.

Быйыл Ғиләжевтар тормош ҡороуҙа-рына 25 йыл тулыуҙы билдәләгән. Тырыш, уңған ғаиләгә артабан да туғандарын һоҡландырып, ҡыҙҙарының уңыштарына һөйөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.

Автор:Динара Сафиуллина

https://oskon.info/news/Vatandy-haklausylar-yyly/2025-08-22/n-elebe-men-n-yaugir-ruhlyby-4357644
3553

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ