Рекламный баннер 990x90px bantop

Яугир бөгөн дә сафта

12:40 25.08.2025 16+
Яугир бөгөн дә сафта

Данил Хужин махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ил һағына баҫа. Хәрби задание үтәгәндә машинаһының аҫтына беркетелгән мина шартлау һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ ҡаты яралана, ул уң ҡулһыҙ ҡала. Бәхеткә командиры һәм медицина хеҙмәткәре эргәлә була, ваҡытында ярҙам күрһәтәләр. Оҙаҡ дауаланғандан һуң тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта, ул төшөнкөлөккә бирелмәй, район һәм ауыл биләмәһе сараларында ҡатнаша, әүҙем тормош алып бара. Күрһәткән батырлыҡтары ике тапҡыр Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм Шайморатов миҙалдары менән баһаланған.

Данил 1994 йылдың 3 ноябрендә Ташбулат ауылында Ғаяз һәм Рәмзиә Хужиндар ғаиләһендә донъяға килә. Ата-әсәһе яратып уға «Дан ил» исемен бирә. Шулай итеп, киләсәктә уларҙың улының яҙмышына илен данлау бурысы яҙылып та ҡуя. «Исеменә күрә есеме» тип бушҡа әйтмәгән халыҡ. Данил бәләкәйҙән шуҡ, ҡыйыу булып үҫә. 1-сенән 11-се класҡа тиклем Ташбулат урта мәктәбендә уҡый. Мәрфуға Муллайән ҡыҙы алып барған биология дәрестәрен бигерәк ярата, Дилә Әүхәҙей ҡыҙының — рус теле һәм әҙәбиәте, Илсиә Ишбулат ҡыҙының — химия, Дамира Фәйзулла ҡыҙының — физика, Миңзәлә Мөхәмәтвәли ҡыҙының математика дәрестәре лә яҡты хәтирәләр менән иҫендә һаҡланған. Данил бәләкәйҙән алсаҡлығы, әүҙемлеге, һөйкөмлөлөге, шат күңелле булыуы менән айырылып тора. Ул яҡшы уҡый, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, бейеү ансамблендә солист була, үҙе сығарған йырҙарын гитарала уйнап, йырлай. Уҡытыусылар уны киләсәктә бер билдәле артист булыр, тип фаразлай. Көслө уҡытыусылар ҡулында уҡып сыҡҡан егеттең юғары уҡыу йортона инеү хыялы юҡҡа сыға. Ғаиләгә ауыр ҡайғы килә, Данилдың атаһы йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә, улар әсәһе менән икеһе тороп ҡала. Егет өйҙән алыҫ китмәҫкә ҡарар итә һәм 2015 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы колледжын тамамлай, унан һуң Әбйәлил ауылындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына уҡырға инә. Ул электр-газ менән иретеп йәбештереүсе дипломын, тағы ла автомеханик, «В» һәм «С» категориялы водитель, слесарь-ремонтсы һөнәрҙәре буйынса танытмалар алып сыға. Йәш белгесте төрлө сәбәптәр менән хәрби хеҙмәтенән кисектерәләр, шул ваҡытта ул үҙе хәрби комиссарҙан хеҙмәткә алыуҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Алыҫ Көнсығышта махсус тәғәйенләнештәге айырым взводта хеҙмәтен үтә. Бөтә яҡтан да тик яҡшы сифаттарға эйә булған һалдатҡа ғәскәри частә хәрби хеҙмәттә ҡалырға тәҡдим итәләр. Был ваҡытта Данилды өйҙә ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы көткән була, уларҙы һағынып ҡайта. Артабан ул Өфө дәүләт нефть техник университетына ситтән тороп уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта бер төҙөлөш компанияһында монтажсы булып эшләй. Амур өлкәһендә бер вахтаны тамамлағас, Омск нефть эшкәртеү заводына эшкә китә. Юғары белем алған дипломлы белгес юллама буйынса беҙ «ер аяғы, ер башы» тип һанаған алыҫ Сахалин утрауына эшкә ебәрелә, бында ул хәүефһеҙлек техникаһын һаҡлаусы белгес булып эшләй. Бөтә ерҙә лә тәртип булдырырға яратҡан белгескә эше оҡшай. Данил тиҙ арала хеҙмәттәштәре алдында абруйлы белгес булып таныла, компания уға вазифаһын күтәреүҙе тәҡдим итә. Тик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шундай ҡаҙаныштарға өлгәшеп, етәкселектең, эшселәрҙең күңеленә хуш килгән егеткә оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Данил яңылыҡтарҙа махсус хәрби операция башланыуы тураһында ишетә...

«Мин ил һағында булырға тейеш»

Махсус хәрби операция башланғанын ишетеү менән Данил ошондай ныҡлы ҡарарға килә. Компания етәкселеге ҡаршы төшә, уның эштә ҡалыуынһорай. Әммә егет һүҙе бер була, ул үҙенең ҡарарынан кире ҡайтмай. Донбасс территорияһында яраланған, һәләк булған балаларҙы күреп, үҙенең бәләкәй ҡыҙының киләсәктә тыныс тормошта йәшәүен теләп, юлға, ил һағындағы яугирҙәргә ярҙамға ашыға. Документтар әҙерләгәндә, медицина комиссияһын үткәндә ҡаршылыҡтар булмай, бөтәһе лә ыңғай ғына килеп тора. Икенсе көндә үк Данил юлға сыға, Өфөгә, унан һуң Ульяновскиҙағы 31-се айырым гвардия десант-штурмлау бригадаһына килә. Ҡурҡыу белмәгән яугир һуғышҡа ҡыйыу, ышаныс менән инә. Һәр һалдатының ҡәҙерен белгән командование ҡулы аҫтында хеҙмәт итә ул. Ниндәй генә ҡаты бәрелештәрҙә лә яраланған хәрби иптәштәрен, һәләк булған яуҙаш дуҫтарының кәүҙәләрен ҡалдырмай алып сығалар. Станоклы автомат гранатометты (АГС) алып йөрөүҙе «Дизель» ҡушаматын йөрөткән Данилға йөкмәтәләр. Улар Херсон өлкәһен, Луганск Халыҡ Республикаһында Рубежная, Кременная тораҡ пункттарын азат итеп, алға бара. Егеттәр ҡуйылған бөтә хәрби заданиеларҙы теүәл үтәйҙәр. Шундайҙарҙың береһе алдағы урман һыҙатын дошмандарҙан азат итергә тигән задание ҡуйыла. Ике десант төркөмө уны 11 көндә тулыһынса ала. Тиҙҙән ҡоро ер ғәскәрҙәре ярҙамға килеп етә, десантсылар оборона һыҙығын уларға тапшырып артҡы һыҙыҡҡа күсенә. Тәжрибәле офицерҙар етәкселегендә улар аҙ юғалтыуҙар менән Кременнойҙан килеп сығалар. Батырлыҡ күрһәтеп, маҡсатҡа ирешеп яуҙан сыҡҡан күп һалдаттар хәрби наградалар менән бүләкләнә. Бер йылға яҡын хеҙмәттән һуң «Дизел»гә ҡыҫҡа ял бирәләр, тыуған яғын, яҡындарын һағынып ҡайтҡан егет ике аҙнанан дәрт һәм яңы көс менән кире МХО зонаһына юллана. Хәрби часткә әйләнеп килгән «Дизел»де гранотомет бүлегенә командир итеп тәғәйенләйҙәр. Кәрәкле ҡоралдар менән тәьмин ителгән «Барс» автомобиле БахмутАртемовск йүнәлешендә хәрби заданиеға юллана.

Йәшәү ҡурҡыныс аҫтында ҡала

2023 йылдың 15 июнендә иртәнге сәғәт һигеҙҙә сираттағы задание буйынса юлға сығалар. «Дизел»гә алғы һыҙыҡтағы батарея командиры урынбаҫарының дислокация урынына барып етеү бурысы ҡуйыла. Диверсия-разведка төркөмөндә ете яугир менән командир «Дизель» юлға сығалар. Юлда бәлә-ҡаза, хәүеф-хәтәр һиҙелмәй. Тик тәғәйенләнгән урынға барып етеү менән көслө шартлау яңғырай, машинаның төбө аҡтарылып сыға, аҙаҡ унда магнит минаһы беркетелгән булыуы асыҡлана. Яҡташыбыҙҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә була, үкенескә төркөмдәге унан да йәшерәк булған егеттәр һәләк була. Иң йәш яугир Андрей Новичковҡа ни бары 22 йәш була.

— Миңә иң беренсе ҡулым һынған төҫлө тойолдо. Үҙаллы машинанан сығып, бинаға ингәс кенә ныҡ яраланғанымды тойҙом. Командирға «мин бөттөм» тип әйтеп өлгөрҙөм һәм диуар буйлап шыуып, иҫемде юғалттым. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы ғына ҡотҡарҙы, юғиһә ҡан юғалтыуҙан һәләк булыр инем, — тип һөйләй яугир. Данил үҙенең командирҙары: «Актан», «Шабе», «Джексон»ға һәм ғүмеренһаҡлауға өлөш индергән һәр береһенә сикһеҙ рәхмәтле. Минометтар уты аҫтында яралыны көскә «санитарка»ға алып сығалар, унда ярҙам күрһәткәс, Северодонецкиҙәге ялан госпиталенә оҙаталар, беренсе операция ошонда үтә. Данил табиптарҙан ҡулы һаҡлап ҡалыуҙы һорай, әле яуға кире ҡайтырына шикләнмәй. Саҡ-саҡ эленеп торған ҡулы менән Луганск, һуңынан Дондағы Ростов госпиталдәренә ебәрәләр. Өс көндән Мәскәүгә йүнәлтәләр, яугир ете операция үткәрә, ҡулын һаҡлап ҡалыу мөмкин булмай. Дауаланғандан һуң яугир алғы һыҙыҡҡа ҡайтарыуҙарын һорап бер нисә тапҡыр генералдарына мөрәжәғәт итә. Ләкин: «Ты уже свое отвоевал», — тип яуап бирәләр. 2024 йылдың ноябрендә демобилизациялайҙар. Оборона министрлығының шифаханаһында реабилитация үткәндән һуң, Данил өйөнә ҡайта. Ҡар күп ваҡытта ҡайтып ингән яугир иң беренсе эшен һул ҡул менән ҡар көрәүҙән башлай. Әле лә ул дәртле, күтәренке кәйефтә, аралашыусан, алсаҡ булып ҡала белә. Үҙе һайлаған юлды лайыҡлы үтеп, тормош мәшәҡәттәренә бирешмәй алға табан бара. Ҡыйыу яугир Данил Хужиндың күкрәген «Батырлыҡ өсөн» (2022 й.) миҙалы һәм ике тапҡыр Батырлыҡ ордены биҙәй. Беренсе Батырлыҡ ордены Луганск Халыҡ Республикаһында Рубежная – Кременная ҡалалары эргәһендәге өс урман һыҙығын алған өсөн бирелә. Икенсеһе — Бахмут янында хәрби задание үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн тапшырыла.

Алға яҡты пландар

Данил алға маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Алда реабилитацияны тулыһынса үтеп, протез ҡул ҡуйыу. Киләсәктә штабта инструктор булып ҡалыу, йәш яугирҙәрҙе хәрби һөнәрҙәргә өйрәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу уның хыялында. Ул хәҙер «Боевое братство» ойошмаһы эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 2август — десантсылар көнөндә госпиталдә ятҡан бөтә десантсыларҙы ла асыҡлап, уларға тельняшкалар һәм береттар бүләк иткән. Яугирҙең әсәһе Рәмзиә Ғүмәр ҡыҙын ауылдаштары ихтирам итә, уға йыш ҡына кәңәш һорап киләләр. Улы алғы һыҙыҡта булғанда төн йоҡоларын йоҡламай, тынғы таба алмай, телефонын ҡулынан төшөрмәй улынан хәбәр көтөп үткәрә. Оҙағыраҡ юғалып торһа, үҙенә урын тапмай, ауыр ваҡытта дин юлына баҫа әсә, улының иҫән ҡайтып килеүе — әсә доғаларының ҡөҙрәтелер. Хеҙмәттәштәре Данилды ихтирам итәләр, Рәмзиә Ғүмәр ҡыҙына улы өсөн рәхмәттәрен еткерәләр. Данилға тыныс тормошта күңел тыныслығы табып, бөгөнгөләй дәртле, дарманлы булып, матур маҡсаттарын тор-мошҡа ашырып йәшәүен теләп ҡалабыҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова

https://oskon.info/articles/geroizardayere/2025-08-15/yaugir-b-g-n-d-safta-4349468
5611

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ