Рекламный баннер 990x90px bantop
"Көнсығыш-1" биҫтәһендәге "Хазина" баҡсаһы бөгөн балаларҙы ҡаршы алды
13:44 01.09.2025 16+
"Көнсығыш-1" биҫтәһендәге "Хазина" баҡсаһы бөгөн балаларҙы ҡаршы алды. Полилингваль мәктәп директоры Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙыева ата-әсәләр менән әңгәмәләште. "Хазина" балалар баҡсаһының мөдире Гөлнәфис Иҙрис ҡыҙы Әсәҙуллина менән таныштырҙы. Балаларҙың кәйефтәре төрлөсә: бәләкәйҙәр төркөмө "зыу" килеп илаша, ә өлкәндәр төркөмөндә тыныс, улар инде тәжрибәле кешеләр ҡиәфәтендә тәрбиәселәр һәм яңы дуҫтар менән таныша. Балаларҙы ашнаҡсылар тәмле бутҡа менән һыйланы.
Осҡон гәзитенән
Осҡон гәзитенән
Оставить сообщение: