Рекламный баннер 990x90px bantop
Бәләкәй ҡулдары менән атаһының фуражкаһын ҡыҫып тотҡан малайҙың бер туҡтауһыҙ илауынан йөрәк әрней
17:39 04.09.2025 16+
Бәләкәй ҡулдары менән атаһының фуражкаһын ҡыҫып тотҡан малайҙың бер туҡтауһыҙ илауынан йөрәк әрней. Кескәй иңдәренә оло ҡайғы төшөүен аңлаған сабый шул тиклем йәл. Бер ҡасан да "Атай" тип әйтә алмаясаҡ, арҡаһында уның ҡулдары йылыһын тоймаясаҡ.
Бөгөн Тәпән ауылы халҡы үҙенең батыр улы Ринат Әхиәр улы Хәлиловты һуңғы юлға оҙатты. Махсус хәрби операция яугире менән хушлашырға район етәкселеге, ауылдаштары, класташтары, туғандары килде. Хушлашыу сараһында сығыш яһаған һәр кем Ринаттың ярҙамсыл, алсаҡ, оҫта ҡуллы булыуын һөйләне.
Ҡаһарман яугир Ринат Хәлиловтың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батыр яҡташыбыҙ хаҡында хәтер мәңге йәшәр. Урының ожмахта булһын, Ринат.

Оставить сообщение: