Рекламный баннер 990x90px bantop
2020 йылдан алып республика башлығы бойороғо менән Башҡортостанда йылына ике тапҡыр- апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә
16:54 11.09.2025 16+
2020 йылдан алып республика башлығы бойороғо менән Башҡортостанда йылына ике тапҡыр- апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә.
Был байрам республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.Милли кейем милли сифатты сағылдырған билдә генә түгел, ә халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә бағырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Республикаһының Милли музей филиалы булған Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында милли кейем көнөнә арналған “Ҡатын-ҡыҙ күрке – яулыҡ” тип аталған осрашыу- кисә үтте.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының кейеме элек-электән үҙенең матур, зауыҡлы тегелеше, төҫтәрҙең сағыулығы, байлығы менән айырылып тора.Бөгөн йәмғиәт урындарында башына яулыҡ ябынған башҡорт-татар ҡыҙҙарын күреү бер кемде лә аптыратмай. Һинд, кашемир шәлдәре лә, өрфиә яулыҡтар ҙа һала иңдәренә бөгөн гүзәл заттарыбыҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың гардеробын яулыҡ, шарф, палантиндар ҙа тулыландыра. Ҡарап торғанда ябай ғына, бәләкәс кенә аксессуарҙар беҙҙең кейемгә яңы һулыш өрөргә, көтөлмәгәнсә үҙгәретергә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ тыуҙырырға, кәйефте сағылдырырға һәләтле. Нәзәкәтлек, серлелек өҫтәгән был әйбер – көндәлек кейемде байытыуҙың иң еңел ысулы ла.
Сарала Юлдаш ауылынан “Гөлғәйшә” фольклор төркөмө ҡатын – ҡыҙҙары ҡатнашты.Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был сараға көндәлек тормошта яратып ябынған яулыҡтарын да, һандыҡ төптәрендә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡланған шәл-яулыҡтарҙы ла алып килгәйне. Күҙҙең яуын алырҙай аллы-гөллө биҙәкле яулыҡ-шәлъяулыҡтарҙан бай күргәҙмә яһалды.Һандыҡ төптәрендә тиҫтә йылдар буйы һаҡланыуҙан һарғая төшкән яулыҡтарҙы ла, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың көндәлек тормошта ла, байрам көндәрендә лә яратып ҡулланған штапель, капрон, кашемир, ситса, ебәк шәл-яулыҡтарын күрергә мөмкин ине бында.
Йәй көндәре киң таралған баш кейеме яулыҡ булған.Йәш килендәр яулыҡты маңлайҙан артҡа, елкә яғына тартып ябынған булһалар, өлкән йәшкә еткәндәр, балалары ҙурайған ҡатындар яулыҡты яҙып, бөкләмәй эйәк аҫтына бәйләп ҡуйғандар.Ҡушъяулыҡ ҡатын-ҡыҙҙың башын ғына түгел, буй-һынын ҡаплап торған. Кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ уны борон 35–40 йәштәр тирәһенә тиклем ябынған.Ә күптән инде милли кейем булып киткән француз яулығының килеп тарихы менән музей мөдире Шәүрә Ильяс ҡыҙы таныштырып китте.
Оло йәштәге ҡатын –ҡыҙ яратып ябынған таҫтар һәм һарауыс тураһында ентекләп район балалар ижад йорто уҡытыусыһы Вәлиева Лилиә Камил ҡыҙы таныштырҙы.
Сарала ҡатнашыусы апайҙар үҙҙәрендә ҡомартҡы булып һаҡланған яулыҡтарының тарихтары тураһында бик ентекләп һөйләнеләр.
Милли кейем һәр милләттең хазинаһы булып тора. Шуға күрә һәр кемебеҙҙең бурысы – ошо хазинаны һаҡлау, өйрәнеү һәм киләһе быуындарға еткереү
#АбзелиловскийИКМ
#Милликейемкөнө
#МузеиРБ

Оставить сообщение: