Рекламный баннер 990x90px bantop

Күк томан

21:18 13.09.2025 16+
Күк томан.

Яраланып һалдат ергә ауған,
Ҡыбырламай ята кәүҙәһе.
Әллә тере,әллә үле микән,
Ул яраға нисек түҙәһе.

Баш осонда ҡарап дошман тора,
Дүрт ҡанатлы тимер ҡошонда.
Ҡыбырлама инде, тик ят, һалдат!
Йәнең ҡалыр тынһыҙ ошонда.

Кеҫәңдәге әсәй доғалары,
Юл асырҙар ауыр саҡтарҙа.
Тыуған ергә ҡайтып саң туҙҙырып,
Сабырһың һин толпар аттарҙа.

Иҫләмәйең, купме яттың ерҙә?
Яуыз ҡоштоң хәле бөткәнсә.
Юғалтҡандыр иптәштәрең һине,
Атла дуҫҡай хәлең еткәнсе.

Дүрт ҡанатлы ҡоштоң күҙе күрмәй,
Күтәрелһә ҡуйы күк томан.
Өсөнсө көн эҙләй,таба алмай,
Ҡотҡарҙы ул, күпте күк томан.

Морат Йәнбирҙин.
Асҡар
1085

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ