Рекламный баннер 990x90px bantop
Башҡортостан Республикаһы милли музейы филиалы, Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “ Урал батыр ” эпосын өйрәнеү мәктәбе ойошторолдо
14:30 15.09.2025 16+
Башҡортостан Республикаһы милли музейы филиалы, Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “ Урал батыр ” эпосын өйрәнеү мәктәбе ойошторолдо.
“ Урал батыр ” эпосын өйрәнеү мәктәбенең беренсе ултырышында, бөгөнгө ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр менән тулған, рухи ҡиммәттәр осһоҙлана-төҫһөҙләнә барған заманда , йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһын киң ҡулланыу уңышлы икәнен аңлаған Әбйәлил районы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.
Ни өсөн “Урал батыр” мәктәбе?
Йәш быуынды мили рухлы итеп тәрбиәләүҙә “Урал батыр” эпосы ярҙамға киләсәк.
Тәүге ултырышта мәктәптең бурыстары һәм маҡсаттары, йүнәлештәр билдәләнде.Кешелек донъяһы йәшәйеше өсөн иң мөһим йүнәлештәр тәҡдим ителде:
Тау буйҙары йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.
Икенсе төрлө әйткәндә “экологик йүнәлеш”. Йылға-күлдәрҙе таҙартыу, шишмә юлдарын асыу, ағас ултыртыу, тирә-яҡты йәшелләндереү, ҡыҫҡаһы, тәбиғәтте яҡлау һәм һаҡлау буйынса эштәр башҡарыу.
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ!
Мохтаждарға, ҡараусыһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Ҡул ярҙамын, тел ярҙамын, матди ярҙамды даими эшләү.
Яҡшының эскәне һыу булыр,
Ямандың эскәне ыу булыр.
Эскелеккә, наркотиктарға һ.б. шундай халыҡты юҡҡа сығарыусы насар күренештәрҙән йәш быуынды һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө саралар һәм аңлатыу эше алып барыу.
Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн,
Тағы ла бер һынайым.
Үҫеп килеүсе йәш быуында ыңғай сифаттарын, эштәрен күрә белеү. Тура юлдан тайпылған кешегә үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо тәрбиәләү, яҡшы яғын билдәләү, рәхмәт әйтә белеү.
Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ.
Кесене кесе итегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Туғанлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, туғанлыҡ атамаларын белеү. Үткәнеңде өйрәнеү, шәжәрәңде төҙөү.
Йәншишмәнән һыу алып,
Үлгәндәрҙе терелтеү
Өсөн тыуған батырмын!..
Ни сәбәптәндер онотолған, йә оноторға мәжбүр ителгән шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы халҡыбыҙға кире ҡайтарыу. Йәш быуынды затлы шәхестәребеҙ өлгөһөндә тәрбиәләү.
Ултырыштың икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр Асҡар ауылынан йыраҡ түгел төҙөлөп ятҡан “ Урал батыр” ял паркына сәйәхәт ҡылдылар. Тәбиғәттең хозур, иҫ китмәле матур урынында урынлашҡан,эпос геройҙары һындары менән биҙәлгән паркка һоҡланмаған кеше юҡтыр.Киләсәктә был парк илһөйәрлек тәрбиәләү үҙәге буласағына ҡыуанып, төҙөүселәргә мең рәхмәттәр әйтеп таралыштылар сарала ҡатнашыусылар.
#АбзелиловскийИКМ
#ЭпосУралбатыр

Оставить сообщение: