Рекламный баннер 990x90px bantop

В д. Верхнее Абдряшево простились с рядовым контрактной службы Хусаиновым Марсом Сагитовичем

12:20 26.09.2025 16+
В д. Верхнее Абдряшево простились с рядовым контрактной службы Хусаиновым Марсом Сагитовичем.
Он родился 14 сентября 1998 года в д. Верхнее Абдряшево. В 2014 г. поступил в Сибайский колледж строительства и сервиса.
Свою трудовую деятельность начал в строительной сфере. С 2022 года трудился в организации «Башкирская медь».
В феврале 2025 года подписал контракт и отправился на СВО .
Погиб смертью храбрых при выполнении боевого задания..
Выражаем искренние соболезнования маме Ишбике Иштимеровне, супруге Алие Яхиевне, родным и близким.
Спи спокойно, солдат!

****
Әбдрәштәр махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Марс Сәғит улы Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙатты.
Марс 1998 йылдың 14 сентябрендә Әбдрәш ауылында донъяға килә. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Сибайҙағы төҙөлөш һәм сервис колледжына уҡырға инә. Столяр һәм мебель оҫтаһы һөнәрен алған егет хеҙәмт юлын төҙөлөш ойошмаһында башлай. 2022 йылдан “Башҡорт баҡыры” ойошмаһында эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хеҙмәт һөйөүсән, намыҫлы Марс Сәғит улын хөрмәт итәләр.
Илебеҙ ауыр осор кисергәс, Марс Хөсәйенов та Ватан һағына баҫырға ҡарар итә һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән М. С. Хөсәйенов яу яланында үҙен батыр йөрәкле, ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Тик ҡаты алыштарҙың береһендә рядовой Марс Хөсәйенов МХО зонаһында барған ҡаты алыштарҙың береһендә ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, һәләк була.
Яҡташыбыҙҙың әсәһе Ишбикә Иштимер ҡыҙының, ҡатыны Әлиә Яхъя ҡыҙының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Яугир тыуған ауылы зыяратында ерләнде.
Мәңгелек йооҡоң тыныс булһын, батыр!
4132

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ