Рекламный баннер 990x90px bantop
Бөгөн - 27 сентябрь тәрбиәселәр һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
20:29 27.09.2025 16+
Бөгөн - 27 сентябрь тәрбиәселәр һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Хөрмәтле тәрбиәселәребеҙ, хеҙмәткәрҙәр! Ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә арнаған һәм әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған тәрбиәселәр,хеҙмәткәрҙәр!
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр көнө менән тәбрикләйбеҙ.
Белем биреүҙең тәүге баҫҡысы балалар баҡсаһында башлана, сөнки нәҡ ошонда сабыйҙың характеры формалаша, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә. Ысын тәрбиәсе — һәр ваҡыт рух һәм юғары мәҙәнилек сығанағы ул. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек талап ителеүен ошо өлкәлә мәшғүлдәр үҙҙәре генә беләлер. Тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе булып бала күңелдәренә һалынған рухи орлоҡтоң тиҫтә йылдарҙан һуң мул емеш биреүе тора.
Тәрбиәсенең һөнәре
Бик ауыр һәм яуаплы.
hеҙҙең ошо хеҙмәтегеҙ
Бик кәрәкле, һауаплы!
Хөрмәтле тәрбиәселәребеҙҙе ҡотлап, мәктәп директоры Гөлфиә Хәсән ҡыҙы һәм директор кәңәшсеһе Айһылыу Альберт ҡыҙы 4-се класс уҡыусылары менән берлектә балалар баҡсаһына барып, гөлләмәләр бүләк иттеләр. Шулай уҡ
Әбделмәмбәт һәм Мәхмүт балалар баҡсаларының ашнаҡсылары Кунаева Заһира Моталлап ҡыҙы, Фахрисламова Әнисә Ишбулды ҡыҙы район мәғариф бүлеге Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ветеран хеҙмәткәрҙәр! Һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һеҙҙең һөнәр – мөһим һәм яуаплы. Бәхетле баласаҡ һәм һәр сабыйҙың киләсәк тормошо, зирәклеге, сабырлығы, иғтибарлығы һеҙҙең хеҙмәткә бәйле.
Һеҙҙең йәш быуында мәрхәмәтлелек, ҡайғыртыусанлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, маҡсатлылыҡ хистәре тәрбиәләүегеҙ хөрмәт хисе уята. Киләсәктә лә ҙур уңыштар,мәңге һүнмәҫ ижад, балалар мөхәббәте юлдаш булһын!
Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә бәхет, шатлыҡ,сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ.
#МБОУСОШдАбдулмамбетово
#навигаторыдетства
#деньвоспитателя

Оставить сообщение: