Рекламный баннер 990x90px bantop

Ҡушый ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Мирйән Тимерйән улы Килдейәровты һуңғы юлға оҙаттылар.

19:44 30.09.2025 16+
Ҡушый ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Мирйән Тимерйән улы Килдейәровты һуңғы юлға оҙаттылар.
Мирйән Килдейәров 1985 йылдың 4 декабрендә Ҡушый ауылында донъяға килгән. Дәүләт мәктәбендә белем алғандан һуң, Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Магнитогорск металлургия комбинатында башлай.
Эшендә абруйлы хеҙмәткәр, ата-әсәһенә хәстәрлекле ул, ҡатынына тоғро ҡатын, ҡыҙына яратҡан атай була Мирйән Тимерйән улы.
Ил Башлығы Владимир Путин илдә махсус хәрби операция иғлан иткәс, Мирйән Килдейәров та Ватан һағына баҫырға ҡарар итә. 2023 йылдың авгусында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм МХО зонаһына юллана.
Хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан яҡташыбыҙ хәрби бурысын намыҫлы үтәүе менән айырылып тора. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мирйән Тимерйән улы хәрби антына тоғро ҡалып, яуҙарҙың береһендә батырҙарса һәләк була.
Ҡыйыу йөрәкле яугирҙең атаһы Тимерйән Фазылйән улының, әсәһе Йәмилә Ғәлиәҡбәр ҡыҙының, ҡатыны Әминә Әнүәр ҡыҙының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Геройға мәңгелек дан!

****
Сегодня в д. Кушеево простились с гвардии рядовым Кильдияровым Мирьяном Тимерьяновичем.
Родился он 4 декабря 1985 г. в деревне Кушеево. Учился в Давлетовской школе.
В 2001 г. поступил в ПУ-93, выучился на сварщика. После получения диплома работал в Магнитогорском металлургическом комбинате.
В августе 2023 г. добровольно решил принять участие в спецоперации и подписал контракт.
Мирьян Тимерьянович погиб при выполнении боевых задач.
Выражаем глубокие соболезнования отцу бойца Тимерьяну Фазыльяновичу, маме Ямиле Галиакберовне, супруге Альбине Анваровне, детям, родным.
Фото газета Абзелил
4984

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ