Рекламный баннер 990x90px bantop

10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай көнө — Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған байрам билдәләнә

09:25 10.10.2025 16+
10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай көнө — Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған байрам билдәләнә. Был көнкалендарҙағы дата ғынатүгел, ул халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм тарихының айырылғыһыҙ өлөшө булған уникаль музыка ҡоралына хөрмәт һәм рәхмәт белдереү мөмкинлеге.
Ҡурай-ул музыка инструменты ғына түгел, ул һәр башҡорттоң йәненең бер өлөшө. Уның көйө йөрәккә үтеп инә һәм боронғо легендалар һәм риүәйәттәр донъяһына күсә . Алыҫ ерҙәрҙә, Башҡортостан вәкиле ҡайҙа ғына булһа ла, ҡурай, ҡымы ҙһәм бал менән бер рәттән республикабыҙ менән дә бәйле. Был символдарҙы телгә алмайынса, беҙҙеңтөбәктең мәҙәни мираҫын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
9 октябрь Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ҡурай көнөнә арналған “ Уның ҡурайы фронтта ла, сәхнәләлә яңғыраны ” исемле сара үтте. Сарала Асҡар урта мәктәбенең 7 класс уҡыусылары ҡатнашты. Балалар ҡурай тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдылар . Районыбыҙҙың данлыҡлы ҡурайсыһы Иҙрис ағай Ноғоманов башҡарыуындағы ҡурай моңдары байрамды биҙәне. Иҙрис Мөҙәрис улы ҡурайҙы нисек эшләү серҙәрен систе һәм музей фондына үҙенең ҡурайын бүләк итте.
10 октябрь яҡташыбыҙ фронтовик ,РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәйфулла Сарбаевтың 110 йыллығы билдәләнә. Сарала ҡатнашыусылар Ғайфулла Сарбаевтың хәрби юлы, тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге менән танышты. Ғәйфулла Сарбаевтың данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы сафында һуғышҡанын белделәр. Һуғышта тынлыҡтың һирәк минуттарында Ғәйфулла Фәхрислам улы үҙенең ҡурайҙа уйнауы менән полкташтарының кәйефен күтәрә. Тап ул фронтта беренсе булып бәреп төшөрөлгән немец самолеттарының яғыулыҡ үткәргес торбаларынан баҡыр торбаларҙан ҡурай эшләй. Был еҙ ҡурай бөгөнгө көндә Сибай тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.
Милли символыбыҙға әйләнгән ҡурай моңо бер ҡасан тынмаһын.
#АбзелиловскийИКМ
#ДеньреспубликиБашкортостан
#Денькурая
1057

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ