Рекламный баннер 990x90px bantop

Норвегиянан бүләккә гәзит

07:57 17.10.2025 16+
Норвегиянан бүләккә гәзит
Иҫке Балапан ауылында тыуып үҫкән, Байым урта мәктәбендә белем алған Дилә Творко-Рамаҙанова район дауаханаһының хирургия бүлегенә 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы. Диләнең 90 йәшен тултырған әсәһе ошо бүлектә дауаланып, баҡыйлыҡҡа күскән. Дилә ире менән Магнитогорск ҡалаһында таныша һәм ҡыҙын алып, бергә Польшаға китәләр. Дилә тыуған мәктәбе менән бәйләнештә була, талантлы балаларға ярҙам итә. Польшала металлопрокат буйынса менеджер булып эшләп, йәмәғәт ойошмаларында әүҙем ҡатнашып йөрөгән Диләне махсус хәрби операция башланғас, «Рәсәйҙән килгән ҡыҙ» тип көн күрһәтмәйҙәр. 12 йыл Норвегияла эшләгән ире Здизислав Диләне үҙенең эргәһенә күсереп ала. Поляк телен һыу кеүек эскән Дилә бер йыл эсендә норвег телен өйрәнеп ала һәм эш башлай. Бында телде белмәйенсә эшкә алмайҙар икән. Башҡорт милләтле ҡыҙ Эльвира – Англияла дауаханала бухгалтер булып эшләй, уның тормош иптәше шул уҡ дауаханала фельдшер. Бер йәш тә дүрт айлыҡ улдары Оливер дауахана эшселәре өсөн төҙөлгән яслигә йөрөй. Улдары Себастьян Польшала экспедиция бүлегендә диспетчер булып эшләй, әлегә өйләнмәгән. Сит илдә үҙ урынын табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәй Әбйәлил ҡыҙы. Әсәһенең ауыр хәлдә булыуын ишетеү менән үҙе Норвегиянан, ҡыҙы Англиянан осоп килеп етәләр. Әсәһенең һуңғы көндәрендә эргәһендә булып тағы ла сит илдәргә осто яҡташтар.

Газета Осҡон
1764

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ