Рекламный баннер 990x90px bantop

21 октябрҙә, Башҡортостанда, тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнә

17:53 21.10.2025 16+
21 октябрҙә, Башҡортостанда, тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнә. Яңы байрам республиканың мәҙәни мираҫына һәм билдәле башҡорт балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөнә арнала.
Бейеү халыҡ тарафынан бик яратып ҡабул ителгән сәнғәт төрө. Әбйәлил халҡы борон – борондан был сәнғәт төрөн үҙ иткән. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ойошторолған “ Йәшлек” бейеү ансамбле дәртле бейеүҙәре менән республика ла ғына түгел сит ил тамашасыларын һоҡландыра.
Ошо байрам айҡанлы Әбйәлил тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейында “ Бейеү доңья матурлығы”, тип аталған, тере тарих – "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ветерандары менән осрашыу уҙҙы.
Сараға Әбйәлил районының данлыҡлы “ Йәшлек ” бейеү ансамбле ветерандары саҡырылды. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан йәшлек дәрте һүрелмәгән “йәшлектәрҙе” райондың “ Алтынай” өлгөлө балалар бейеү ансамбле бейеүселәре бейеп ҡаршы алды (художество етәксеһе Еникеева Ләлә Дамир ҡыҙы).
Ансамбль ойоштороуҙа күп көс һалған Бикметов Мират Әхмәт улы, Илһамов Әшираф Әсғәт улы, ансамбль ветерандары Иштимер Ғүмәров, Зөлхиә Исхакова, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, Сулпан Әҡсәнова ансамблдең гөрләп эшләгән ваҡыттары тураһында үҙе ижад иткән шиғыры менән таныштырҙы . Йәшлектәр йәштәрсә дәртле бейеп, хәтирәләре менән уртаҡлашып күңелле ял иттеләр.
Ҡасандыр ансамблдә сығыш яһаған, ғүмерҙәрен бейеүгә арнаған ветерандар үҙҙәре ышаныслы алмашсылар үҫтерә. Ләлә Йәнекәева етәкләгән “Алтынай”(Аҡар ауылы) һәм Заһир Фазыльянов етәкләгән “Гөлкәй”(Ишҡол ауылы) балалар бейеү ансамблдәре сығыштары ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Халыҡ-ара бейеү көнө менән, бейеүселәр, бейеү сәнғәтен һөйөүселәр! Дәрт-дарманығыҙ берваҡытта ла һүнмәһен, һүрелмәһен!
#Деньнациональноготанца
#Танецдушанарода
#АбзелиловскийИКМ
#Абзелиловскийрайон
1346

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ