Рекламный баннер 990x90px bantop

Рысҡужа "Япон"ы ил һағында

16:36 23.10.2025 16+
Рысҡужа "Япон"ы ил һағында

Илебеҙгә хәүеф янап, махсус хәрби операция башланғас, илһөйәр, ҡыйыу һәм тәүәккәл ир-егеттәр Ватан һағына баҫты. Рысҡужа егете Альберт Ҡотлоәхмәтов та шулар иҫәбендә.

Ил Президенты Указы менән илдә махсус хәрби операция башланып, Рысҡужа ауылынан да күп кенә ир-егеттәр мобилизация буйынса МХО зонаһына китә. Күп тә үтмәй илһөйәр рухлы Альберт Ҡотлоәхмәтов та яҡындарына белгертмәй генә йөрөп, контракт буйынса китергә документтар әҙерләй.
— Мин баҙарға һөт ризыҡтары һатырға киткәйнем. Алып барған һөт-ҡаймаҡ-майымды һатып бөтөп, ҡайтырға йыйынғайным улым шылтыратты. «Әсәй, аҡсаң бармы?» тип һорай. «Һатыу иткәс, бар инде, нимәгә кәрәк?» тейем. «Украинаға китәм», — булды яуабы, — тип һөйләй яҡташыбыҙҙың әсәһе Еүәйрә Нурислам  ҡыҙы.
Әсәй кеше улы әйткән бөтә медикаменттарҙы сумка тултырып алып ҡайта.
— Әлбиттә, атаһы менән уны кире күндерергә тырышып ҡараныҡ, ә ул: «Дуҫтарым мине көтә», тине. Альберт атаһы кеүек бер һүҙле – әйтте бөттө, уны өгөтләү файҙаһыҙ. Иртәнге сәғәт 4-тә ҡуҙғалам тигәс, тиҙ арала кәрәк-ярағын теүәлләй башланыҡ. Әйберҙәрен тултырырға ҙур сумка ла юҡ ине, ҡайҙандыр үҙе табып, һүтелгән урындарын тегеп алды, — тип дауам итә әсә.
— Ағайым тегеүгә лә оҫта, ашарға бешереүгә лә әүәҫ. Бергә урманға эшкә йөрөгән иптәштәре: «Альберт ас ҡалмаҫ, берәй үләндән булһа ла ашарына бешерер ул», тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит, — ти һеңлеһе Гөлсиә әсәһенең һүҙен йөпләп.

Шулай итеп, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй А. Ҡотлоәхмәтов һәм шул ваҡытта булдырылған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында хәрби юлын башлай. Һамар ҡалаһында учебкала була. Унан инде  Украина биләмәһенә юллана.
Рысҡужа ауылының халыҡ телендә йөрөтөлгән «Япония» исеменән сығып, яугир «Япон» ҡушаматын ала. 
Алғы һыҙыҡта башта уҡсы була, һуңынан яу ҡырында тәжрибә туплаған егеткә отделение командиры вазифаһын ышанып тапшыралар.
— Ротала хәрби дисциплина юғары кимәлдә. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, ә һәр кемдең көндәлек эш һөҙөмтәһе. Уставтарҙы, бойороҡтарҙы аныҡ үтәү, һәр нәмәгә яуаплы ҡараш — былар барыһы ла беҙҙең хәрби әҙерлектең һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәү нигеҙе, — ти яугир.
Быйыл Рысҡужа ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына тап килтереп, отпуск алып ҡайта яугир. Тик байрам икенсе көнгә күсерелеү сәбәпле, осрашыу сараларында ҡатнаша алмай. Шулай ҙа хеҙмәттәше Хөрмәт Хәсәнов менән 2022 йылғы сығарылыш уҡыусылары «Быуындар эстафетаһы»н ҡабул итеп, нигеҙ һалған Яугирҙәр аллеяһына һәйкәл эшләткәндәр. «Иҫән ҡайтһаҡ, ағастарын да  ултыртырбыҙ», тип юлланған яугирҙәр МХО зонаһына отпусканан һуң.
— Изге күңелле, кеше йәнле инде улым. Отпускаға ҡайтһа, барыһын да теүәлләп, һәр береһенә бүләктәр алып ҡайта,  яҡын-тирәләге әбейҙәр ҙә ҡалмай бүләк-күстәнәсһеҙ, — ти әсәһе. — Барыһы ла «Беҙҙең малай шылтыратамы, хәлдәре нисек?», тип һорашып ҡына торалар. Йома көндө шылтыратһа, үҙенең исеменән мәсеткә саҙаҡа һалыуымды һорай. 
Ауылда үткәрелгән төрлө сараларға бағымсылыҡ итеп, йыш ҡына аҡса ла күсерә яугир. 
— Ватсаптағы ауыл чатында ниндәйҙер бәлә килеп, зыян күреүсегә аҡса йыйһалар, йәки нимәгәлер ярҙам һораһалар, ағайым бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай, тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға. Ололар көнөнә күрше-тирә инәйҙәрҙе бүләкләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ситтә йөрөһә лә күңеле менән ауылдаштары янында ағайым, — ти Гөлсиә.
Уҙған йылдың ноябрендә яугирҙең атаһы Әғзәп ағай мәңгелек донъяға күсә, яуҙа йөрөгән улы өсөн өҙгөләнеп, һағыш-борсолоуҙарға түҙмәгәндер ата йөрәге. Альберт атаһын һуңғы юлға оҙатырға ҡайтып етә алмаған.
— Үҙе ҡайтып етә алмаһа ла яуҙаш дуҫы, Шаран егете килеп оҙатып ҡалды атайҙы. Шуныһы үкенесле, дуҫы  батырҙарса һәләк булып ҡалды. Бик аҡыллы, шәп егет ине, – ти Гөлсиә.
– Билдәһеҙ, таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратһалар, улым менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип, телефонды алырға ҡурҡып торола. Күптән түгел яраланып, айҙан ашыу госпиталдә ятҡан. Был хаҡта беҙгә  әйтмәне лә, шулай ныҡ кеше инде ул Альберт, бәләкәй сағында ла берәй ерен ауырттырһа ла, өндәшмәй торғайны, — ти әсә. – Артығын һөйләп бармай, «Барыһы ла яҡшы. Башҡорттар бирешмәй!» — гел шулай яуап бирә.
Яугир ҡаты яраланып Донецк ҡалаһында госпиталгә эләгә. Уй-кисерештәр, йоҡоһоҙ төндәр, һыҙланыуҙар, борсолоуҙар — барыһы ла яугирҙең башынан үткән. Дауаланып, аяғына баҫыу менән кире сафҡа ҡайта.

 — Яраланған урынында оҙаҡ ята, телефонын юғалта. Симкаһын кире юллап алғансы, хәлдәр бөттө. Кәрәҙле бәйләнеш операторҙары янында булғанда кеше телефоны аша тауышлы хәбәрҙәр ебәреп, саҡ эшләтеп алдыҡ. Сөнки, ағайыма бәйләнеш бик кәрәк. Һуғыш бит, үҙенең ротаһындағы егеттәр менән берәй хәл булһа, яҡындарына был хаҡта хәбәр итә. Ағайым менән даими бәйләнештәбеҙ, һөйләшергә форсат булмаһа, «Сәләм» тигән яҙыуы килһә лә, күңел тыныслана, — ти яугирҙең һеңлекәше. — МХО зонаһына ебәрелгән гуманитар ярҙам алғы һыҙыҡта булған ағайымдарға бик һирәк барып етә. Ағайым әйтеүенсә, маскировкалау селтәрҙәре, ауыртыуҙы баҫыусы уколдарыуҙар даими талап ителә. Күптән түгел барған гумконвойҙа мәктәп уҡыусыһынан хат алған һәм ул уҡыусы ауылдашыбыҙ, хәҙер Ҡаҙмашта  йәшәгән Илсиәнең малайы Батырша Әһелов булып сыҡты. 
Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн уның күкрәген «Хәрби хәрәкәттәр  ветераны», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәне өсөн»  миҙалдары биҙәй. 
Батыр ул үҫтергән Еүәйрә Нурислам ҡыҙы яҙмыш ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, гөрләтеп донъяһын көтә. 
Һәйетҡол ауылы ҡыҙы 15 йәшенән фермаға һауынсы булып эшкә сыға. 
— Һауынсы булған әсәйем менән бәләкәйҙән фермаға йөрөнөм, һыйырҙарын да һауыштым. Һигеҙенсе класты бөткәс, бер һауынсыны ялға ебәрергә кәрәк, эшкә сыҡ тигәстәре, ваҡытлыса барғайным, эшкә ҡалдым да ҡуйҙым, ташлап ҡайтһаң — кеше алдында оят кеүек ине. Шунан инде Рысҡужаға килен булып төштөм, был ауылда хәҙер 39 йыл йәшәгәнемә, — тип йәш саҡтарын да хәтерләп алды Еүәйрә Нурислам ҡыҙы. 
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, кәртә тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса тултырып төрлө емеш-йәшелсәләр  үҫтерә, йәй көндәре ихатаһы шау сәскәгә күмелә. 
— Дүрт һыйыр көтәм, аттар, һарыҡтар ҙа бар. Илебеҙгә тыныслыҡ яуланһа, улым ҡайтып, артабан донъяны үҙе алып китер тип малды кәметмәй көтәм әле. Яҙ етһә, ҡош-ҡорт та алам. Бесәнде ҡыҙым менән кейәүем сабып, ташып, өйөп бирәләр, — тип ҡыуана әсә. — Гөлсиәнең өлкән улы Ислам хужалыҡ эштәремдә төп ярҙамсым, көн дә йоҡларға ла килә яныма. 
Һыйырҙар булыу менән генә түгел, уны һауып, ағын эшкәртергә лә кәрәк бит әле. 
— Элек һөт-май-ҡаймаҡ-эремсек-ҡоротто баҙарға йөрөп һата торғайным. Хәҙер өйҙән генә килеп алалар. Хатта еләк-бәшмәккә килгән ҡаланан таныш-белештәр ҙә мине эҙләп табып, кәрәкле һөт ризыҡтарын алып китәләр, — тип ҡәнәғәт йылмая Еүәйрә апай. 
Яугир әсәнең күркәм йорто әллә ҡайҙан нур бөркөп, балҡып ултыра.
— Ирем тәртип, таҙалыҡ яратты, һәр эште урын-еренә еткереп эшләй ине. Етеш донъябыҙ — тормош иптәшемдең тырыш, уңған, эшкә әрһеҙ булыуы һөҙөмтәһе, – тип ҡатын ире тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлай.
Еүәйрә Нурислам ҡыҙының да эшкә шәплеге ҡапҡаға инеү менән күҙгә ташлана: ихатала һәр нәмә үҙ урынында, өй эсенән сафлыҡ, таҙалыҡ бөркөп тора.
Йорт тирәһендә һанап бөтмәҫлек мәшәҡәттәр араһында ауылдың йәмәғәт эштәренән, яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләүҙән дә ситтә ҡалмай яугир әсәһе. 
Рысҡужа ауылында үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында Еүәйрә Нурислам ҡыҙы Ҡотлоәхмәтоваға  «Илһөйәр ғаилә» һәм «Өлгөлө йорт» номинацияһы бирелгән.
Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙәргә еңеү менән ҡайтырға, шул иҫәптән батыр йөрәкле, патриотик рухлы «Япон»ға изге бурысын намыҫ менән үтәп, тыуған яҡҡа имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип булһын! 
Ҡыйыу яугирҙе өйөндә ғәзиз әсәһе, һеңлеһе һәм кейәүе, туғандары, ауылдаштары һәм һөйгән йәре көтә.

Әйткәндәй, «Салауат» ЯСЙ-һы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы. Был исемлектә Еүәйрә Ҡотлоәхмәтова ла бар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

https://oskon.info/news/geroizardayere/2025-10-20/rys-uzha-yapon-y-il-a-ynda-4433395
1128

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ