Рекламный баннер 990x90px bantop

Әбйәлил Салауаты һәр саҡ алда

16:38 25.10.2025 16+
Әбйәлил Салауаты һәр саҡ алда

Батыр исемен йөрөткән ир-егеттәр ысынлап та ҡыйыу, илһөйәр булалар. Тупаҡ ауылында тыуып-үҫкән Салауат Хөснийәров та бәләкәй сағынан башҡорт халҡының батырына оҡшарға теләй. Исеме есеменә тура килә, Әбйәлил Салауаты ла һәр саҡ алда, шундай уҡ ғәҙеллек яҡлы, ҡыйыу һәм сәмле. Ул хәрби хәрәкәттәр ветераны. Әлеге ваҡытта Луганск һәм Донецк өлкәләре биләмәләрендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

«Салауат Юлаев кеүек булам» тип мәктәпкә бармаҫ борон уҡ уҡ-һаҙаҡ эшләп алғанымды, хатта ҡамсат бүрек тегеп кейгәнемде хәтерләйем. Ә мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән беҙҙе бынамын тигән уҡытыусы — Мөждәбә Мәғәфүров уҡытты, ул беҙгә батыр тураһында хәтәр итеп һөйләп, дәртләндерә торғайны. Миңә «Салауат батыр кеүек бул, улым, был исемгә тап төшөрмә» тип йыш әйтте. Милли батырыбыҙ исемен йөрөтөү өсөн бик иртә уянған ғорурлыҡ тойғоһо, үҫә төшкәс тағы ла нығынды, бигерәк тә армияға барғас, бөтөнләй башҡа милләттән булған егеттәрҙең Салауат тураһында белеп тороу-ҙары һоҡландырҙы. «Такой же бесстрашный, как Салават Юлаев» тип шаярта торғайны командирҙар, — ти Салауат Хөснийәров.

Тупаҡ егете Салауат Урман улының биографияһы башҡа егеттәрҙән айырылмай. Мәктәптән һуң урындағы һөнәрселек училищеһында, унан Йылайыр совхоз-техникумында ауыл хужалығын механизациялау бүлегендә белем ала, техник-механик һөнәрен үҙләштерә. Артабан хәрби бурысын үтәй. Эске ғәскәрҙәрҙә, Төньяҡ Кавказда махсус тәғәйенләнештәге подразделениела хеҙмәт итә. Чечен һуғышында ҡатнаша. Хәрби хеҙмәттән һуң өйөнә ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша, ғаилә ҡороп Михайловка ауылында төпләнәләр. ММК-ла ике тиҫтә йыл технолог булып эшләй. Өлгөлө ғаилә башлығы ғүмер юлдашы Земфира Ансар ҡыҙы менән ике балаға — Тимур менән Розалинаға матур тәрбиә бирәләр.

Салауат Хөснийәров хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Районда «Боевое братство» ойошмаһын булдырыуҙың башында ул тора. 23 февралдә хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бағышлап үткәрелгән сарала уның тәҡдимен хуплайҙар. Тәүҙә район ойошмаһында бер нисә егет кенә эш башлай, хәҙер абруйлы ойошма бөтә хәрби хәрәкәттәр ветерандарын берләштерә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һуғышта улдарын юғалтҡан әсәләргә, ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән күп эштәр башҡаралар.

Илһөйәр егет тыуған илебеҙҙе яҡлау өсөн махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Уның был уйы гуманитар конвойҙы оҙатып барғандан һуң тағы нығына.
— Махсус хәрби операция зонаһында барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күргәс, мин дә бында, яҡташ егеттәр янында булырға тейешмен тигән аныҡ ҡарарға килдем, — ти ул.

Салауаттың бындай ҡыйыу аҙымға барыуы аңлашыла ла. Уның олатаһы Рамаҙан Хөснийәр улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Севастополь янында әсирлеккә эләгеп, ике тапҡыр ҡасҡан. Өсөнсө тапҡыр дошмандар атып үлтерергә йыйынғанда союздаш ғәскәрҙәр ут асып уны ҡотҡара. Еңеү менән ҡайтҡан олатаһы улына Урман тип исем ҡуша.

— Олатайым фашистарҙан әсирлектән ҡасып, урманда йәшеренгән һәм шулай үлемдән ҡотолоп ҡалған. Шул саҡта, әгәр улым тыуһа, Урман буласаҡ тип нәҙер әйтә, — тип һөйләй Салауат Урман улы.
Хәрби рух, ныҡлыҡ, батырлыҡ нәҫелдән килгән сифаттар. Уларға ҡыҙыу нөктәлә йыйған тәжрибә һәм яҡшы хәрби интуицияны өҫтәргә була. Тап шул арҡала Салауат Хөснийәров махсус хәрби операция барышында кире эҙемтәләргә килтергәндәй хәлдәрҙе һиҙә, тоя белә.

Яҡташыбыҙ тәүҙә «Башҡортостан» полкында, В. Ф. Әхмәҙуллин исемендәге айырым ротала хеҙмәт итә. Тәжрибәле, ҡыйыу яугирҙе разведка инструкторы итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан Т. Кусимов исемендәге 3-сө батальондың взвод командиры була. Әммә уның белеме, оҫталығы разведка ротаһында кәрәклерәк һәм мөһимерәк тип иҫәпләп, ай ярымдан һуң кире ҡайтаралар. Взвод командиры урынбаҫары итеп ҡуялар. Улар дошман тылына разведкаға бара, урынды тикшереү һәм координаттарҙы асыҡлау буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. Әлбиттә, ҡаршы яҡта йөрөгәндә төрлө хәлдәргә осрағандарҙыр, әммә яугир улар тураһында һөйләмәүҙе хуп күрә.

— Юғалтыуҙарһыҙ булмай, шулай ҙа ҡуйылған хәрби бурыстарҙы үтәйбеҙ, — ти Салауат Урман улы.

Ысын патриот һәм хеҙмәттәштәре өсөн тоғро иптәш булған яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлгөлө разведчик — командир булыуын иҫбатланы. Яу яланында хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығының «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды, «Башҡортостан» полкының яҡшы командирҙарының береһе булып танылды. Салауат Хөснийәров тағы бер хәрби награда — Жуков миҙалы менән бүләкләнде. Ул Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлығы, фиҙаҡәрлеге өсөн юғары баһаланды. Ҡыйыу яҡташыбыҙ ҡаһарманлығы өсөн «Генерал Шайморатов» һәм «Хәрби разведкала хеҙмәт өсөн» миҙалдарын, Луганск Халыҡ Республикаһының наградаһын алды.

Махсус хәрби операция зонаһында «Хусейн» позывнойлы яугирҙе хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр. Үҙе ут эсендә йөрөһә лә, тыуған яғындағы хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып тора, ярҙам күрһәтә.

— Иң ҙур рәхмәтем — ғаиләмә. Уларҙың терәк-таяныс булыуын тойоу көс бирә. Даими рәүештә гуманитар конвой ебәргән, беҙҙең хәлдәрҙе белешкән яҡташтарыма бөтә егеттәр исеменән рәхмәт әйткем килә. Бергә, берҙәм булһаҡ, еңеү менән ҡайтырбыҙ, — тине Салауат Хөснийәров.
Беҙ ҙә һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ.

Динара САФИУЛЛИНА.

https://oskon.info/news/geroizardayere/2025-10-21/by-lil-salauaty-r-sa-alda-4435296
3751

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ