Рекламный баннер 990x90px bantop
«Алты балама әсәй ҙә, атай ҙа мин...»
13:27 03.12.2025 16+
«Алты балама әсәй ҙә, атай ҙа мин...»
Асҡар ауылынан Регина Камалова — өс ул һәм өс ҡыҙ әсәһе. Тормош иптәше Илдар Рәшит улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булғандан һуң, алты балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала.
Иң өлкәне Данил алтынсы, Гүзәлиә дүртенсе, Динир икенсе класта белем ала, улар өсөһө лә 1-се Асҡар урта мәктәбендә уҡый. Айгизә менән Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәсе Илмирға 8 ай.
Һәр әсә балаларының бәхетле булыуын теләй, уларҙы арҡалы-яҡлаулы итеп үҫтергеһе килә. Регина ла шулай. Тормош һикәлтәләрен үткән көслө рухлы, сабыр ҡатын ул-ҡыҙҙарын һөйөү менән солғап, улдарын хәстәрлек менән сорнап алған. Алты бала. Алты төрлө характер. Һәр береһенең шөғөл-мауығыуҙары ла төрлө, яратҡан ризыҡтары, уйынсыҡтары ла тигәндәй. Әммә йәш әсә һәр береһен тигеҙ ярата.
Яугир иптәше тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә лә көс һала Регина. Тыуған көнөнә ҡарата район үҙәгендә ҙур баннер эшләтеп ҡуйҙы, көҙ махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған Илдар Камалов иҫтәлегенә бағышлап уҡтан атыу буйынса район ярышы уҙҙы. Үҙе кеүек үк ҡайғы кисергән яугир ҡатындары менән аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр.
"Осҡон" гәзитенән

Оставить сообщение: