Рекламный баннер 990x90px bantop
11 декабрь көнө Красная Башкирия мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының « Тасуири уҡыу, ятлау, һөйләү алымдары» темаһы буйынса район семинары үтте
10:16 13.12.2025 16+
11 декабрь көнө Красная Башкирия мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының « Тасуири уҡыу, ятлау, һөйләү алымдары» темаһы буйынса район семинары үтте. Таштимер мәктәбе уҡытыусыһы Өмөтҡужина Л. А. 4-се класта « Башҡортостан рәссамдары», Красная Башкирия мәктәбенән Еменова Р. Д. 3-сө класта «Ғаилә байрамдары», Самар совхозы мәктәбенән Ғәбитова Н. М. 5-се класта «Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар» темалары буйынса асыҡ дәрес күрһәттеләр. Дәрестәр методик яҡтан дөрөҫ, уҡыусыларҙың йәшәү мөхитен, тел белеүҙәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Асҡар ауылы «Т. Кусимов исемендәге гимназия» уҡытыусыһы Муллахмәтова А. Р. «Аҡмулла арбаһында»- квиз-уйыны исемле оҫталыҡ класын тәҡдим итте. Атауҙы мәктәбенән Замалитдинова Г. Ш. «Тасуири уҡыу алымдары» исемле оҫталыҡ класында эш тәжрибәһе менән бүлеште. Красная Башкирия мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Лазарев С. В. «Яһалма интеллект менән башҡорт теле дәресен яңыртыу» исемле оҫталыҡ класында бик күп яңыса, заманса эшләү алымдары менән таныштырҙы. Мәктәп директоры Абдуллина Нәйлә Миңлеғәле ҡыҙы уҡытыусыларға мәктәп буйынса экскурсия ойошторҙо.Мәктәп музейы, уның экспонаттары тураһында Усманова Мәҙинә Фәтхетдин ҡыҙы тәфсирләп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә таянып һөйләне. Дәрестәргә ентекле анализ яһалды, кәңәштәр бирелде. Методист Истамбаева Аэлита Сәғит ҡыҙы олимпиада һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһаны. Методик берекмә етәксеһе Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы ярты уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, икенсе ярты йылға план билдәне. Аэлита Сәғит ҡыҙы Красная Башкирия мәктәбе директоры Нәйлә Миңлеғәле ҡыҙына семинарҙы үткәреүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.Шулай уҡ семинарҙа асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ кластары күрһәткән барлыҡ уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Методик берекмә эшендә әүҙем эшләгән, уҡыусыларҙың имтихандарҙы уңышлы биреүҙәренә булышлыҡ иткән бер төркөм уҡытыусылар: Харисова Р. С., Шәрәфетдинова А. С, Ғибәҙәтова Н. К., Ғәбитова Г. Р., Абдрахманова Л. С., Абдуллина И. Р. Зәйтүнова Л. М., Абдрахманова Г. Р., Ғәлләмова З. Р. Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр.Ғөмүмән алғанда, семинар күңелдә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары фәһемле семинар өсөн Красная Башкирия мәктәбе коллективына,уның директоры Абдуллина Нәйлә Миңлеғәле ҡыҙына оло рәхмәтен белдерә, уларҙың артабанғы эштәрендә уңыштар теләй.



Оставить сообщение: