Рекламный баннер 990x90px bantop

12 декабрь көнө Өфө нефть һәм технологиялар университеты әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай  Кәрим ижады буйынса регион-ара "Шағир һүҙе" конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе

19:29 15.12.2025 16+
12 декабрь көнө Өфө нефть һәм технологиялар университеты әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай  Кәрим ижады буйынса регион-ара "Шағир һүҙе" конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһына йыйҙы.
Беҙҙең райондан алты уҡыусы был иҫтәлекле сарала булып ҡайтты. Бына улар:
-Икенсе дәрәжә диплом  яулаусы, Яңы Балапан мәктәбе 4 класс уҡыусыһы Сөйөндөков Айтуған (етәксеһе -  Ғ. Ғ. Малыбаева)
- Икенсе дәрәжә диплом  яулаусы, Ташбулат мәктәбенән 6 класс уҡыусыһы Камалова Руфина (етәксеһе - Хисмәтова А.З.)
- Беренсе дәрәжә диплом  яулаусы,  Тупаҡ мәктәбенән 10 класс уҡыусыһы Хамматова Гөлбаныу (етәксеһе - Нәжметдинова Ф.Т.)
- Икенсе дәрәжә диплом  яулаусы, Хәлил мәктәбенән 11 класс уҡыусыһы Низәмова Илгизә (етәксеһе- Шөғөрөва Г.А.),
-  Өсөнсө дәрәжә диплом  яулаусы, Асҡар урта мәктәбенән 10 класс уҡыусыһы Мырҙабаева Юлиә (етәксеһе – Абдрахманова Л.С.),
- Өсөнсө дәрәжә диплом  яулаусы, Т.Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһынан 9 класс уҡыусыһы Дилбәр Фәизова (етәксеһе -   Кайниева Ф.Ә.)
Уҡыусыларҙы бәйгегә әҙерләүсе уҡытыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йылдан-йыл шиғриәт бәйгеһендә көс һынаусылар һаны арта бара. Быйыл  был конкурста биш йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашты.Сара бик матур үтте: рәсми өлөш талантлы студенттар әҙерләгән концерт менән аралашып барҙы. Уҡыусылар өсөн студенттар кампусына экскурсия ойошторолдо.
Уҡыусыларға ошо мөмкинселекте булдырған өсөн район мәғариф бүлеге етәксеһе А. С. Хәкимовҡа,  беҙҙе хәүефһеҙ, ыңғай ғына юлдарҙа алып йөрөүсе водитель Карабандин Илһам Рәжәп улына рәхмәт белдерәм.
Ф. Кайниева.
746

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ