Рекламный баннер 990x90px bantop

Башҡорт теле көнө йыл һайын бөйөк башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә-14 декабрҙә билдәләнә

20:34 14.12.2023 16+
Башҡорт теле көнө йыл һайын бөйөк башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә-14 декабрҙә билдәләнә.

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән…

Тел – тере шишмә - үлмәгән,

Бөгөнгә еткән !

Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.

Минең телем – тыуған ерем,

Әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы,

Таҙа намыҫы !

Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-

Теле лә йәшәй !

Телен асҡанда,

һәр бала

Әйтәсәк «Әсәй !».

Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен

Халҡымдың телен,

Ә кем уны һаңға һуҡмай,

Хурлай тик үҙен !..

Баязит Бикбай.

1178

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ