Рекламный баннер 990x90px bantop

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.

08:00 21.02.2026 16+
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” -ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора.
Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел. Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы булған башҡорттар ҙа туған башҡорт телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!
Ошо көн айҡанлы мәктәптәрҙә викториналар, квест-уйындар, "Бишбармаҡ","Әлләсе" уйындары, шиғыр бәйгеһе кеүек төрлө саралар үткәрелде.
#НавигаторыДетства
#Росдетцентр
#ДеньРодногоЯзыкаНД
#НавигаторыДетстваРБ
208

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ