Рекламный баннер 990x90px bantop

Бөгөн, йәғни 5 март көнө, Хәмит урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының "Яҡташ яҙыусы-шағирҙар, телселәр тормошон, ижадын өйрәнеү" темаһы буйынса район

17:47 05.03.2026 16+
Бөгөн, йәғни 5 март көнө, Хәмит урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының "Яҡташ яҙыусы-шағирҙар, телселәр тормошон, ижадын өйрәнеү" темаһы буйынса район семинары үтте.
Ҡаҙмаш мәктәбе уҡытыусыһы Абдрахманова Гөлназ Рәжәп ҡыҙы 6-сы класта Фәрит Иҫәнғоловтың «Уҡытыусы Ғүмәров» хикәйәһе, Ҡырҙас мәктәбе уҡытыусыһы Билалова Розалия Ғабдулла ҡыҙы 7-се класта «Тиң киҫәктәр темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау», Буранғол мәктәбе уҡытыусылары Ғибәҙәтова Наилә Камил ҡыҙы 8-се класта Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай поэмаһы», Ғәбитова Гөлшат Рим ҡыҙы 10-сы класта« Р. Ғарипов «Төштәр», М. Кәримов «Миҙалдар», Р. Сафин «Ҡыр ҡаҙҙары» исемле дәрестәр күрһәттеләр. Хәмит мәктәбе уҡытыусыһы Абдуллина Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы «Яҡташ яҙыусы- шағирҙар ижадын өйрәнеү юлдары, ысулдары» темаһы буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте.
Мәктәп директоры Ғафарова Нәйлә Арслан ҡыҙы мәктәп тарихы менән таныштырҙы, уҡыусылар концерт ҡуйҙылар.
Семинар фәһемле, эшлекле үтте. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, семинарға транспорт менән тәьмин иткән мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Салауат улына, методик булеге етәксеһе Елена Николаевнаға, методист Зөлфирә Раил ҡыҙына, Хәмит мәктәбе директоры Нәйлә Арслан ҡыҙына, водитель Салауат Рәшит улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
136

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ