Рекламный баннер 990x90px bantop
Әбйәлил районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына Үтәгән ауылы ололары килделәр.
15:57 16.10.2026 16+
Әбйәлил районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына Үтәгән ауылы ололары килделәр.
Райондың үткәнен һәм бөгөнгө үҙгәрешен улар китап биттәренән түгел — үҙ тормоштарынан беләләр. Улар — район тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән, ваҡыт ағышы менән бергә үҫеп, ил йөгөн күтәреп килгән ололар. Уларҙың һәр һүҙҙәре — тарих, һәр иҫтәлектәре — райондың күп йыллыҡ тарихының бер бүлеге.
Дан залының экспозицияһы улар күңелендә атайҙары һәм туғандары тураһындағы иҫтәлектәрҙе яңыртты . Шуға күрә был залда улар күҙ йәштәренә ирек бирҙеләр.
Этнография залында ҡатын ҡыҙҙарҙың милли кейемдәре, боронғо һауыт-һаба, эшҡоралдары уларға бик таныш. Уларҙың күпселеге буш ваҡыттарында ҡул эштәре менән булышырға яраталар.
Музейға килгән һәр бер ҡунаҡҡа, үҙ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе ҡыҙыҡһынып ҡарағаны өсөн рәхмәтлебеҙ!
#АбзелиловскийИКМ
#Абзелиловскийрайон
#МузеиРБ#Историяродногокрая#ВоспитаниеКультурой

Оставить сообщение: