Рекламный баннер 990x90px bantop
Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы фонды тағы ла байытылды!
13:49 02.11.2026 16+
Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы фонды тағы ла байытылды!
Тыуған яҡ тарихына битараф булмаған Асҡар ауылынан Әсләм Ғайсин этнография бүлегенә матур һәм бик ҡиммәтле экспонаттар килтерҙе. Улар — беҙҙең башҡорт халҡының көнкүрешен, һунар сәнғәтен һәм ауыл тормошон асыҡ күрһәтеүсе тамырҙарға ныҡлы бәйләнешле предметтар.
Экспонаттар араһында:
Боронғо башҡорт һунар ҡоралы — һуҡмар. Был ҡорал менән оҫта һунарсылар йәнлек тиреһен боҙмай ғына бүрене һуғып алған.
Сар ташы - эш һәм һуғыш ҡоралдарын үткерләү(сарлау) өсөн ҡулланылған.
Үгеҙҡамыты. Һуғышо осоронда ат һәм техника көсө етмәгән ваҡытта үгеҙ егеп ер һөргәндәр, йөк ташығандар. Үгеҙ ҡамытының үҙенә күрә бай тарихы бар: ул ауыл хужалығындағы ҡыйынлыҡтарҙан сығыу юлы, халыҡтың тырышлығы һәм сабырлыҡ символы.
Үлән тамыры ҡаҙып алыу өсөн ҡулланылған ҡул ҡоралы- салыр. Был предмет та һуғыш йылдарындағы ауыр көндәрҙе, халыҡтың үҙ-үҙен ашатыу юлдарын, үҫемлектәрҙе файҙаланыу тәжрибәһен күрһәтә.
Әсләм ағай тыуған яҡ тарихы менән бик электән ҡыҙыҡһына. Быға тиклем музейға 19 быуат батырҙарының һуғыш ҡоралы - ҡылысты тапшырған ине, хәҙер тағы ла тарихи байлыҡ өҫтәлде. Уның булышлығы — музей фондын тулыландырыуҙа, ә беҙҙең өсөн — үткәндәрҙе һаҡлап, киләсәк быуынға еткереүҙә ҙур ярҙам.
Музей хеҙмәткәрҙәре Әсләм ағайға ихлас рәхмәт белдерә!
#ФондыАбзелиловскогоИКМ#Этнография#Дармузею
#Историяродногокрая#Абзелиловскийрайон#МузеиРБ

Оставить сообщение: