Рекламный баннер 990x90px bantop

#Ижад

22:56 22.02.2024 16+
.

Бер нигеҙҙә тыуып үҫәбеҙ ҙә,

Таралабыҙ төрлө яҡтарға.

Тыуған нигеҙ беҙҙе осраштыра,

Ҡайтып инә алған саҡтарҙа.

Ҡайтыуҙар бит һирәгәйә һаман,

Йыраҡлаша бара туғандар.

Үҫкән саҡта береһе-береһе өсөн,

Йәнен бирергә әҙер булғандар.

Алмаштырабыҙ шул туғандарҙы,

Һөйгән йәрҙәр, яҡын дуҫтарға.

Ә ауырлыҡ килгәс бер кем ҡалмай,

Иң башыңдан һинең тоторға.

Онотмаһаҡ ине бер ҡасан да,

Йәрҙәр ташлай, дуҫтар һаталар.

Шул ваҡыт та һиңә кәрәк була,

Һинең өсөн ғәзиз булғандар...

А.Нәбиуллина

850

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ