Рекламный баннер 990x90px bantop

Хәйерле иртә Әбйәлилдәр!

00:28 19.03.2024 16+
Хәйерле иртә Әбйәлилдәр!

15-17 март Рәсәй Президенты һайлауы булып уҙҙы.

Һайлау бик яҡшы уҙҙы.

УИК 762, 766, 767 һәм 772 участкалағы һайлаусылар әүҙем ҡатнаштылар, һайлаусыларҙың 80% тан күбе ҡатнашты, Афарин.

Районда һайлау исемлегенә 32757 кеше индерелгән.

Һайлауҙа 26597 кеше үҙ бурысын үтәп Рәсәй Президентын һайланы. Афарин.

6160 кеше һайлауға килмәнеләр, тыуған илебеҙҙең киләсәгенә битараф ҡарау тип ҡабул итәбеҙ!

Рәсәй Президенты һайлау йомғаҡтары Әбйәлил төбәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда райондың һайлауҙа ҡатнашҡан халҡы 81,19 процент.

Президентлыҡҡа

дәғүә иткәндәргә Әбйәлилдәрҙең тауыштары түбәндәгесә

бүленде:

- Даванков Владислав Андреевич өсөн 1401 кеше тауыш биргән(5,27%);

- Путин Владимир Владимирович районда 22230 тауыш йыйған (83,58%);

- Слуцкий Леонид Эдуардовичҡа 1140 кеше өҫтөнлөк биргән (4,29%);

- Харитонов Николай Михайловичты 1500 кеше һайлаған (5,64%).

326 бюллетень ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылған.

Рәсәй буйынса һайлау мәғлүмәте фотола.

Йәмәғәт палатаһының 186 наблюдателенә Рәхмәт белдерә беҙ, өс көн буйы үҙ бурыстарын үтәнеләр.

.

805

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ