Рекламный баннер 990x90px bantop
#Ижад
02:23 24.03.2024 16+
.
Мәскәү...
Йәнә теракт бара,
Ҡанһыҙҙарҙың аңһыҙ уйындары.
Ҡурсаҡ-террористың зиһене юҡ,
Әжәл биләй уның ҡуйындарын.
Ҡурсаҡ-террористың зиһене юҡ,
Йөрәге юҡ, Ерҙә кәрәге юҡ.
Ҡатилдарҙың ҡаты талабы бар,
Азат илдән уға терәге юҡ.
Ҡатилдарҙың ҡаты талабы бар,
Бәғерҙәре таштай ҡатҡандарҙың.
Тере килеш ожмахтан баш тартып,
Тамуҡтарҙа янып ятҡандарҙың.
Тере килеш ожмахтан баш тартып,
Иман һатҡан тере көйөк ул.
Ғазраилдың әҙәмде ҡан илатҡан,
Ҡәһәр төшкөр зәһәр көйө ул.
Ғазраилдың әҙәмде ҡан илатҡан
Һын-ҡурсағы йәнһеҙ террорист.
Ғаләм илар, Ғаләм уйынына
Ҡыҫтырылһа ғәмһеҙ юморист.
Ғаләм илар, Ғаләм уйынына
Әҙәм түгел, Әжәл уйнаһа.
Туймаҫ нәфсеһенә баш булалмай
Нәфсе баҫыр хәжәт уйлаһа.
Туймаҫ нәфсеһенә баш була алмай
Ҡанһыҙ Ҡатил - Шүлгән илсеһе...
Тереһыуға сарсап Әҙәм көтә
Ирек бирер Урал илсеһен.
Бар тереклек, бөтә Ғаләм көтә,
Шүлгән түгел, Урал илсеһен.
Зөлфирә Ҡарағужина
23.03.2024 й.
Мәскәү...
Йәнә теракт бара,
Ҡанһыҙҙарҙың аңһыҙ уйындары.
Ҡурсаҡ-террористың зиһене юҡ,
Әжәл биләй уның ҡуйындарын.
Ҡурсаҡ-террористың зиһене юҡ,
Йөрәге юҡ, Ерҙә кәрәге юҡ.
Ҡатилдарҙың ҡаты талабы бар,
Азат илдән уға терәге юҡ.
Ҡатилдарҙың ҡаты талабы бар,
Бәғерҙәре таштай ҡатҡандарҙың.
Тере килеш ожмахтан баш тартып,
Тамуҡтарҙа янып ятҡандарҙың.
Тере килеш ожмахтан баш тартып,
Иман һатҡан тере көйөк ул.
Ғазраилдың әҙәмде ҡан илатҡан,
Ҡәһәр төшкөр зәһәр көйө ул.
Ғазраилдың әҙәмде ҡан илатҡан
Һын-ҡурсағы йәнһеҙ террорист.
Ғаләм илар, Ғаләм уйынына
Ҡыҫтырылһа ғәмһеҙ юморист.
Ғаләм илар, Ғаләм уйынына
Әҙәм түгел, Әжәл уйнаһа.
Туймаҫ нәфсеһенә баш булалмай
Нәфсе баҫыр хәжәт уйлаһа.
Туймаҫ нәфсеһенә баш була алмай
Ҡанһыҙ Ҡатил - Шүлгән илсеһе...
Тереһыуға сарсап Әҙәм көтә
Ирек бирер Урал илсеһен.
Бар тереклек, бөтә Ғаләм көтә,
Шүлгән түгел, Урал илсеһен.
Зөлфирә Ҡарағужина
23.03.2024 й.
Оставить сообщение: