Рекламный баннер 990x90px bantop

Байымдар балаларға байрам бүләк итте

03:22 11.04.2024 16+
Байымдар балаларға байрам бүләк итте

Ураҙа ғәйетендә әйселәү - балаларҙың көтөп алған байрамы. Байым ауылында быйыл һәр урамда әйселәүсе балаларҙы өҫтәл әҙерләп көтөп алдылар.

Өҫтәлдәр мул һыйҙан һығылып торҙо: бишбармаҡ та бешергәндәр, буҙа ҡойғандар, самауырҙар шыжлап ҡайнаны.

Шуныһы ҡыуаныслы: бер урам да изге саранан ситтә ҡалманы. Тыныслыҡ урамында йәшәүсе Ҡәҙимә инәй Мөрсәлимова ил-йортҡа именлек теләп аяттар бағышланы. Был матур, күркәм башланғыс киләсәктә йолаға әйләнһен! Ураҙалар ҡабул булһын!

824

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ