Рекламный баннер 990x90px bantop

ШКиБ проектында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

03:52 27.06.2024 16+
ШКиБ проектында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Райондың ете мәктәбенең уҡыусылары инициативалары буйынса яҙылған проекттар еңеү яуланы. Хәҙер уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Гимназия, Йәнгел, Ҡырҙас уҡыусылары икенсе йыл рәттән еңеүсе! Гимназия үткән йыл мәктәп телевидениеһы асҡайны, быйыл - ОБЖ класын йыһазландырасаҡтар. Йәнгел мәктәбе "Юнармеец"тарға кейем тектереп, "Тир" асҡайны, хәҙер - "Алға" мультимедия бүлмәһен асасаҡ.

Ҡырҙастар башҡорт теле кабинеты булдырғайны, ә хәҙер химия-биология, физика һәм инглиз теле кабинеттары өсөн оператив системалы интерактив таҡталар аласаҡтар. Рәхмәт һәм Хәлил уҡыусылары интернет селтәре үткәрәсәктәр, ә Хәмит мәктәбе уҡыусылары спорт инвентаре алырға планлаштырған. Советтар Союзы геройы Г.Т. Васев исемен йөрөткән Михайловка мәктәбе балалары "Әбйәлил батырҙары" проекты буйынса заманса, күп функциялы тренажерҙар залын йыһазландырыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә.

(Фотоларҙа Хәлил урта мәктәбе уҡыусылары ШКиБ проекты өҫтөндә эшләй). Афарин балалар!

1174

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ