Рекламный баннер 990x90px bantop

"Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы башланды

07:48 12.07.2024 16+
"Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы башланды

Ҡәҙерле дуҫтар, 1 июлдән республикала "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" хәйриә акцияһы башланды. Быйыл ул 14-се тапҡыр ойошторола. Маҡсаты: аҙ тәьмин ителгән, күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләргә, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә ярҙам итеү.



Ойоштороусылары – Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, “Ғаилә” республика ресурс үҙәге. Республика район-ҡалаларында урынлашҡан “Ғаилә” үҙәктәре бүлектәрендә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыу ойошторола. Кәнсә тауарҙары, дәфтәр, һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, балалар ижады өсөн йыйылмалар бары тик яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йә иһә яҡшы хәлдә булырға тейеш. Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Бөтә һорауҙар буйынса Ғаилә үҙәктәренең берҙәм телефонына шылтыратып белешергә мөмкин: 8-800-347-5000. Әйберҙәр тапшырыу урыны Асҡар ауылы, Ленина урамы, 10-сы һанлы йорт, телефон һандары 2-10-51, 1 этаж, 2-се кабинет.

405

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ