Рекламный баннер 990x90px bantop

Беҙҙең конкурс дауам итә. Бергә-бергә матур йәшәгән килен һәм ҡәйнәләр күп булыуы ҡыуаныслы. Улай ғына түгел, өлгөлө ғүмер кисергән ҡайны менән килен

07:57 17.07.2024 16+
Беҙҙең конкурс дауам итә. Бергә-бергә матур йәшәгән килен һәм ҡәйнәләр күп булыуы ҡыуаныслы. Улай ғына түгел, өлгөлө ғүмер кисергән ҡайны менән килен, кейәү менән ҡәйнәләр ҙә бар икән.

Туйыш ауылынан Азат Әсғәт улы менән Сания Һаҙый ҡыҙы өйләнешкәндән алып ҡәйнәһе менән бергә йәшәгән. Татыу, бәхетле ғаиләлә дүрт бала донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сания Һаҙый ҡыҙы ҡаты ауырығандан һуң, ете йыл элек мәрхүмә булып ҡала. Ни тиклем ауыр булмаһын, Азат Әсғәт улы юғалып ҡалмай, дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра, олоғая барған ҡәйнәһен дә ситләтмәй.

Бөгөнгө көндә өлкән улдары Фәйез тыуған ауылында төпләнгән, ҡатыны менән өс бала үҫтерәләр. Илһам менән Ғәзиз үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса Магнит ҡалаһында эшләп йөрөйҙәр. Кинйәбикәләре Айгүзәл МГТУ-ның һуңғы курсында белем ала.

Азат Әсғәт улы 90-ды ваҡлаған ҡәйнәһе Зифа Сәлихйән ҡыҙы менән бергә 36 йыл ауылдаштарына өлгө булып татыу ғүмер итәләр. Һәр кемгә үрнәк булырлыҡ кейәү менән ҡәйнәгә һаулыҡ-именлек теләйбеҙ.

421

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ