Рекламный баннер 990x90px bantop

Урал аръяғында йәшәгән ҡымыҙ эшләүсе Денис Өмөтбаев Башҡорт аты халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡыра

09:27 08.08.2024 16+
Урал аръяғында йәшәгән ҡымыҙ эшләүсе Денис Өмөтбаев «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә саҡыра.

Сара 15 һәм 16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк. Бында традицион Ҡымыҙ фестивале ойоштороласаҡ, унда ҡымыҙ эшләүселәрҙең республика конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.

Байрам ҡунаҡтары төрлө етештереүселәрҙең файҙалы эсемлектәрен тәмләп ҡарауҙан тыш, йылҡы һауыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ала.

Ә кемдәрҙелер ҡымыҙсылар эшләгән үҙенсәлекле этикеткалар битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Мәҫәлән, Башҡортостанда булған һәм шифалы эсемлек тураһында һоҡланып һөйләгән бөйөк рус классиктары Александр Пушкин, Лев Толстой, Антон Чехов һүрәттәре менән биҙәлгәндәре бар.

324

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ