Рекламный баннер 990x90px bantop

Ҡыҙыл галстуктар ҡайта

09:19 15.08.2024 16+
Ҡыҙыл галстуктар ҡайта.

Район хакимиәтендә "Беренселәрҙең" ултырышы үтте. "Движение первых" район ойошмаһы етәксеһе Розалия Сафинаның сығыш яһаны. Координацион совет төҙөлдө. Республика координацион советы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янында РБ Башлығы Указына ярашлы булдырылһа, райондыҡы иһә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиков күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. "Беренселәр"ҙең маҡсаты - пионерҙар ойошмаһы кеүек үк үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тимурсылар командаһы, элекке СССР ойошмаһындағы кеүек сборҙар үткәреү, балалар ойошмаһының матур йолаларын тергеҙеү, системаға һалыу. Яңы ойошманың йүнәлештәре бик күп, уларҙың береһе ирекмәндәр хәрәкәте. "Беренселәрҙең" үҙенең атрибутикаһы бар, улар араһында ҡыҙыл төҫ өҫтөнлөк итә һәм галстук ҡыҙыл төҫтә була.

247

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ