Рекламный баннер 990x90px bantop

Ҡуштау ваҡиғаларына 4 йыл да булып киткән . Кешенең кешелеклеге ауырлыҡ килгәндә һынала .Күптәр , үкенескә , еңел юлды һайлай . Араларында яңылышҡандары ла бар

13:31 19.08.2024 16+
Ҡуштау ваҡиғаларына 4 йыл да булып киткән . Кешенең кешелеклеге ауырлыҡ килгәндә һынала .Күптәр , үкенескә , еңел юлды һайлай . Араларында яңылышҡандары ла бар , әлбиттә . Сөнки үҙ фекерҙәре булмағандарҙың мейеһен йыуып тороусы пропаганда аппараты туҡтауһыҙ эшләй .

Кисә халыҡтың тап ошо һынылыш мәлендә аҡтарға һәм ҡараларға бүленеүе тураһында яҙып үттем ...

Минең шул мәлдә тыуған шиғырҙарым күңелем торошон асыҡтан асыҡ һөйләй .

Мәрхүм Айрат ағай Ҡобағошовтың да Ҡуштауға үҙ фекере , әйтер һүҙе бар ине . Оҙаҡ ҡына яҙыштыҡ . Минең шиғырымды көйгә лә һалғайны .Һуңғы ижади эше булыуы ла ихтимал .

Сөнки Ҡуштау - ул бер ҡалҡыулыҡ ҡына түгел шул .

ҠУШТАУ .

Кемгә нимә ! Минең өсөн

Ҡуштау - билдә .

Истәк илен һаҡлап тора

Уҫал елдә .

Атай менән әсәй бит ул !

Шуға ла ҡуш .

Хозурлығы ғына ҡандай !

Юғала һуш .

Иҙел һылыу ярҙарына

Нағыш һалған .

Был икәүҙең һөйөүенән

Һағыш ҡалған .

Күбәләктәр , йырсы ҡоштар

Нигеҙ иткән .

Ә булмышы серле тауҙың

Диңгеҙ икән .

Шунда тыуған Урал батыр

Һәм Шүлгәндәр .

Һомай ҡошто тап ошонда

Йыш күргәндәр .

Бына шулай серле төбәк

Бөйөк Ҡуштау .

Тик хаиндар әҙерләйҙәр

Һабын , сүс бау .

Ҡысҡыралар ; " Ҡотҡарығыҙ

Торатауҙы !

Олигархҡа ҡорбан булыр

Ҡушы тауҙың .

Тыныс донья көтһөн өсөн

Урал халҡы .

Зарур булыр алдан бирһәк

Мәһәр , хаҡын ."

Ниндәй хаҡ ул ? Ғүмер бөтмәҫ

Оброк , налог .

Башын эйеп уйға бата

Ябай халыҡ .

Аҫабалыҡ ерем ҡайҙа ?

Мин бит хужа !

Ниндәй бөтмәҫ зәхмәт булды

Илдә нужа .

Бөгөн Ҡуштауҙы һорайҙар .

Тауҙар күп тә .

Күп тә ,

Сүп тә . Үп тә ...

Ә мин бөгөн йоҙроҡ төйҙөм .

Төйҙөм фекер .

Фекерҙәрем ябай түгел ,

Улар ЗЕКЕР .

Ҡулдар - ҡулда .Йөрәктәрҙә

Асылыбыҙ .

Ер кендеге ишектәре ,

Асылығыҙ !

Йәнем менән , тәнем менән

Һиҙәм уфтау .

Миңә өмөт менән баға

Ғорур Ҡуштау !

Олпат баҫып , ашыҡмайса

Һуҙам әләм .

Тик ҡулымда ҡылыс түгел ,

Ябай ҡәләм .

Алаһу әкбәр !

Сыҡмай торсо ясин , мулла !

Беҙҙең әләм , күр , елберҙәй !

Ҡулдар - ҡулда !

БЕРҘӘМЛЕК .

Берҙәмлекте мин бер тауҙа күрҙем .

Ташҡын ине , ярһыу яҙ төҫлө .

Әйтерһең дә , Туфан һыуы ҡалҡҡан .

Ер һелкенә , тойоп шул көстө.

Бергә тибә йөрәк . Беҙ - бер йоҙроҡ .

Беҙҙе туҡтатырлыҡ көстәр юҡ !

Бергә саҡта , беҙ - иң үткер ҡылыс .

Бергә саҡта , беҙ - иң хәтәр уҡ !

Ошо көстө тойған , башын эймәҫ .

Ошо көстө тойған , теҙләнмәҫ .

Терһәктәшен ҡурсып , күкрәк ҡуйыр ,

Артҡа сигер юлдар эҙләмәҫ .

Берҙәмлекте бына шунда күрҙем .

Хәҙер инде үҙем мин түгел .

Йәнем атлай алғы һыҙыҡтарҙа .

Ҡурсып тора барлыҡ ил күген .

Фани доньяларҙа эшем бөткәс ,

Үтер күперҙәрем булыр ҡыл .

Шул сағында Ҡуштау һүҙен әйтер :

Әйҙә үтһен . Минең улым был .

Әйҙә үтһен . Минең ҡыҙым был .

Н. Һаҡмаров .

177

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ