Рекламный баннер 990x90px bantop

Алтынсы саҡырылыш Әбйәлил район Советының беренсе ойоштороу сессияһы үтте. Депутаттар Айбулат Баҡый улы Хәйбуллинды район Советы рәйесе итеп һайланы

18:59 02.10.2024 16+
Алтынсы саҡырылыш Әбйәлил район Советының беренсе ойоштороу сессияһы үтте. Депутаттар Айбулат Баҡый улы Хәйбуллинды район Советы рәйесе итеп һайланы.

Хәйбуллин Айбулат Баҡый улы 1975 йылдың 2 авгусында Ишбулды ауылында тыуған. Хәлил урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһының педагогия колледжына уҡырға инә. 1999 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте Ишбулды урта мәктәбенә военрук һәм физкультура уҡытыусыһы итеп ҡабул итәләр. 2004 йылда ситтән тороп юғары белемгә эйә була. Үҙен тынғыһыҙ, эшһөйәр, яуаплы итеп күрһәтеп өлгөргән уҡытыусыны 2008 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр.

Ете йыл мәктәп директоры вазифаһын үтәгән ваҡытта белем усағы гөрләп тора, ремонт эштәре башҡарыла, район семинарҙары, үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған саралар үткәрелә. 2015 йылда Айбулат Баҡый улы Хәлил ауылы хакимиәте башлығы итеп һайлана. Уның профессионализмы, вазифа бурыстарын сифатлы һәм яуаплы үтәүе, маҡсатҡа ынтылышы һәм лидерлыҡ сифаттары арҡаһында Хәлил ауыл биләмәһе ҙур уңыштарға өлгәште. Ошо вазифала Айбулат Баҡый улы үҙен абруйлы етәксе итеп күрһәтте, намыҫлы тырыш хеҙмәте менән халыҡ алдында абруй ҡаҙанды.

Тәжрибәле һәм намыҫлы етәксе Айбулат Баҡый улына халыҡ мәнфәғәтенә тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә яҙһын! Уңыштар теләйбеҙ!

1050

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ