Рекламный баннер 990x90px bantop

Физрук позывнойлы уҡытыусы-яугир ялға ҡайтҡанында коллегаларына сюрприз эшләй

07:15 09.10.2024 16+
“Физрук” позывнойлы уҡытыусы-яугир ялға ҡайтҡанында коллегаларына сюрприз эшләй

Ул МХО-ға тиклем Әбйәлил районы Гусев мәктәбендә хеҙмәт иткән.

– Тыуған яҡҡа Уҡытыусылар көнөндә ҡайтыу икеләтә шатлыҡлы. Ауылға килеп етеү менән туп-тура өйгә түгел, ә мәктәпкә барҙым. Хеҙмәттәштәремә, уҡыусыларыма сюрприз яһағым килде, – ти “Физрук” позывнойлы яугир.

Яугир ҡайтҡас, мәктәп шау-гөр килгән: барыһы ла уны ҡосаҡлап ҡалырға теләгән, берәүҙәр шатланған, икенселәр күҙ йәштәрен һөрткән. Йәш физкультура уҡытыусыһын бик һағынғандар, һөйләйһе һүҙҙәре йыйылып киткән. Үҙе ҡасандыр етәкселек иткән һигеҙенселәре лә ҙурайған, инде унынсыла уҡыйҙар.

– Мәктәпкә ингәс, бер ҡайҙа ла бармағанмын, элеккесә эшкә килгәнмен һымаҡ тойолоп китте. Өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғас, тиҙ генә әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип уйлағайным, тик ике йыл да үткән. Йәһәтерәк ҡайтып, яратҡан эшем менән шөғөлләнге, ғаилә ҡорғо килә. Балаларға ла: “Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, тырышып уҡығыҙ, эш боҙоп йөрөмәгеҙ”, тип әйттем, – тине “Физрук”.

Илнур Вәлиевкә – 29 йәш. Әбйәлил районы егете ул. Мәктәптән һуң колледжға уҡырға барған һәм студент сағында уҡ бер йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Артабан яҙмышын Гусев ауылындағы мәктәп менән бәйләргә ҡарар иткән.

Өйҙә Илнур Фәнил улын атай-әсәһе, туғандары һағынып көтә. Отпускыға ҡайтыуына әсәһе, ғәҙәттәгесә, улының иң яратҡан ризығын – мантыны бешереп ҡуйған. Иртәгәһенә өләсәһе барлыҡ туған-тыумасаны саҡырып, яугир ейәненә инселәп салдырған ҡорбан ашы менән һыйлаған.

– Тылда тормош ҡайнай, әйтерһең, илдә атыш та, ҡырылыш та юҡ. Тыныслыҡ ныҡ һағындырған, күңелгә шундай рәхәт, – тине Әбйәлил батыры.

Фото авторы Гөлзиә Исҡаҡова

"Башҡортостан" гәзитенән

1723

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ