Рекламный баннер 990x90px bantop
9 октябрь ,Республика көнө алдынан
02:50 10.10.2024 16+
9 октябрь ,Республика көнө алдынан, халҡыбыҙҙың бөйөк сәсәне Шафик Әминев – Тамьяни исемен мәңгеләштереү өсөн район китапханаһы бинаһы алдында таҡтаташ асылды.
Шафиҡ Тамъяни-Әминев (1858—1936) — киң танылған сәсән, хәҙерге Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә алған, һуңынан Троицкиҙа "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә уҡыған. Төп фамилияһы — Әминев, ә Тамъяни — уның ырыу исеменән алынған ҡушаматы. Абруйлы, уҡымышлы, сәсән телле булғаны өсөн халыҡ уны "Шафиҡ мулла" тип кенә йөрөткән.
Уның әҫәрҙәренең бер өлөшө халыҡ хәтерендә, дәфтәрҙәрҙә бер аҙ һаҡланып ҡалған.
Шафиҡ Әмин улы Әминевтең исеме республика кимәлендә бары XX быуаттың икенсе яртыһында ғына мәғлүм булды. Әммә Башҡортостандың көньяғында, айырыуса тыуған төйәге Әбйәлилдә, уның шиғыр, бәйет, нәсихәттәре телдән дә, күсеректәр рәүешендә лә күптән билдәле ине.

Оставить сообщение: