Рекламный баннер 990x90px bantop

20 октябрь Башҡортостан халҡы бәйөк шағыр, яҙыусы

19:45 16.10.2024 16+
20 октябрь Башҡортостан халҡы бәйөк шағыр, яҙыусы , драматург Мостай Кәримдең 105 йыллыҡ юбилейын киң билдәләй.

Мостафа Сафа улы - Башҡортостандың данлы улы, уның яҡлаусыһы һәм күп милләтле халыҡтың ғорурлығы. Ул һәр ваҡыт халыҡтар араһындағы тыныслыҡ, татыулыҡ һәм дуҫлыҡты һаҡлаусы, яҡлаусы була.

Шағирҙың юбилейы алдынан уның бай мираҫынан илһам алабыҙ, Республика күләмендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.

Бөгөн, Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында шағирҙың тормош юлына, ижадына арналған “ Рус түгелмен , ләкин россиян мин” тип исемләнгән сара үтте.

Асҡар ауылының Т.Кусимов исемендәге гимназияһыныңың 8 "В" класы уҡыусылары( класс етәксеһе Кәйниева Ф.Ә) сарала әүҙем ҡатнаштылар. Мостай Кәримдең тормошо һәм ижад юлы тураһында тыңлағандан һуң уҡыусылар яҙыусының ҡәләмдәш дуҫтарына яҙған хаттар күсермәһе менән таныштылар, үҙҙәре яратып өйрәнгән шиғырҙарын һөйләнеләр.



1016

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ