Рекламный баннер 990x90px bantop

Музейҙа атайҙар көнө

09:21 18.10.2024 16+
Музейҙа атайҙар көнө.

2021 йылдан башлап октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә атайҙар көнөн билдәләйбеҙ. Иҫтәлекле көн Рәсәй президенты указы менән раҫланды. Атайҙарҙың абруйын ҡеүәтләү өсөн булдырылған дата быйыл 20 октябргә тура килә.

Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында атайҙар көнөнә арналған бик матур “ Атай, һинең менән ғорурланам !” исемле сара үтте. Унда ябай атайҙар түгел, батыр улдар тәрбиәләгән, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы махсус хәрби операция барышында улдарын юғалтҡан атайҙар саҡырылды.

“ Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған”, ти халыҡ мәҡәле. Һәләк булған егеттәрҙә илһөйәрлек тойғоһон әлбиттә ғаиләнән , ата-әсәнән килә. Оло хөрмәткә лайыҡлы атайҙар улдары тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып ҡына ҡалманылар, сарала ҡатнашыусы 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе уҡыусыларына үҙ теләктәрен, кәңәштәрен бирҙеләр. Сарала ҡатнашыусы район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Әхмәдулла ҡыҙы Рәхимова, хәрби туғанлыҡ патриотик клубы етәксеһе Азамат Зөлфәр улы Амангилдин батыр ул тәрбиәләгән атайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙеләр.

Сара матур концерт номерҙары менән биҙәлде.Т. Кусимов исемендәге гимназияның 3 «д» класы уҡыусыһы Айназ Айсыуаҡов ҡурайҙа уйнаны. Йырсы Азамат Итекәев "Һалдат шинеле" йырын башҡарҙы.



1156

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ