Рекламный баннер 990x90px bantop
Ҡорама ҡорау - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе ул. Бигерәк тә был эш менән ѳләсәй-инәйҙәр буш ваҡыттарында шѳғѳлләнгән. Ҡорамаға күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп
04:21 14.11.2024 16+
Ҡорама ҡорау - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының элек-электән һаҡланып килгән мауыҡтырғыс шөғөлдәренең береһе ул. Бигерәк тә был эш менән ѳләсәй-инәйҙәр буш ваҡыттарында шѳғѳлләнгән. Ҡорамаға күңел йылыһын ҡушып, күҙ нурҙарын түгеп, уны теккән ваҡытта изге теләктәрен дә әйтеп ултырған.
Бөгөн Әбйәлил тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Ѳйҙѳң ҡото - ҡорама" тигән матур сара үтте. Ҡырҙас ауылынан Сәлимйәнова Фәридә Ғәлибай ҡыҙының һәм Яңауыл ауылынан Муллағәләмова Сәйҙә Кәрәмәт ҡыҙының ҡорамаларынан , милли биҙәкле ижад өлгөләренән зауыҡлы күргәҙмә ҡоролған . Фәридә Ғәлибай ҡыҙы үҙенең эштәре менән генә таныштырып ҡалманы, оҫталыҡ дәресе үткәреп үҙенең эш алымдары менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусы апайҙар ҡул эштәренән ифрат ҡәнәғәт булып, бер-береһенең эшенә һоҡланыу белдереп, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаштылар.


Оставить сообщение: