Рекламный баннер 990x90px bantop
Бала, үҫмер психологияһын тәрәндән аңлап, һутлы
16:27 03.09.2023 16+
Бала, үҫмер психологияһын тәрәндән аңлап, һутлы, халыҡсан тел менән ижад иткән күренекле яҙыусы - Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова бөгөн үҙенең 75 йәшлек юбилейын ҡаршылай.
Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы 1948 йылдың 3 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуған.
2004 йылдың 1 сентябренә тиклем Айһылыу Йәғәфәрова Әбйәлил районының Красная Башкирия ҡасабаһында балалар баҡсаһы мөдире булып эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. Яҙыусының ижад шишмәһенең башы ла тап ана шул балаларға бәйләнгән. Улар өсөн әҙибә нимәләр генә ижад итмәгән! Әкиәттәр ҙә, шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, хатта урыҫ фольклорынан бына тигән тәржемәләр ҙә бар уның әҙәби һандығында. «Ҡойон батшалығында», «Сәнскеле күлдәк», «Һандуғас моңо», «Бөҙрәкәй» һәм башҡа китаптары балалар донъяһын, кескәйҙәр күңелен яҡшы белеүе тураһында һөйләй. «Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә» исемле әҫәре уны һәләтле драматург итеп танытһа, «Килендәр» романы менән ул бик күп әҙәбиәт яратыусыларҙың һөйөүен, ихтирамын яуланы.
Сабый күңелле әҙибә тәржемә өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләй. Уның фольклор элементтары менән тулыландырылған, ғәжәйеп бай телле «Александр Пушкин. Сказки. Әкиәттәр (тәржемә)» китабы ла балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң файҙаланыла, әле лә иң кәрәкле уҡыу әсбаптары рәтенән төшмәй.
Районыбыҙҙың ғына түгел, Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы - Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрованы бөгөнгө күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!
Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы! Ғүмер юлығыҙ тик сағыу буяҙарҙан торһон, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, яңы ижади асыштар һәм үрҙәр теләйбеҙ Һеҙгә! Ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек ташламаһын Һеҙҙе!

Оставить сообщение: