Рекламный баннер 990x90px bantop
Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан һәүәҫкәр йырсы Мөхәмәт Ғәлимов вафат булған
20:05 20.11.2024 16+
Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан һәүәҫкәр йырсы Мөхәмәт Ғәлимов вафат булған
Был хаҡта урындағы журналист Гөлнара Ҡусҡарбаева хәбәр итте.
— Мөхәммәт Ғәлимовтың тауышында халҡыбыҙға хас бөйөклөк тә, ғорурлыҡ та, ихласлыҡ та ярылып ята. Мин уны халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ йырҙарын бөтөн теүәллегендә бөгөнгө заманға килтереп еткереүсе моң илсеһе тип ҡабул иттем.
Бөгөн был – бик һирәк күренеш. Уның тауышында бер ниндәй ҙә яһалмалыҡ юҡ, йырсы берәүҙе лә ҡабатламай, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығы бар. Мөхәммәт ағай халыҡ моңон тәбиғи рәүештә, бөтөн тулылығында, үҙенсәлегендә еткерә белә. Ошо йәшкә етеп тә тауышының саф, көслө, моңло булыуы хайран итә, — тип баһа биргәйне Әбйәлил йырсыһына Рәмил Туйсин.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Оставить сообщение: