Рекламный баннер 990x90px bantop

Бөгөн Ватан Геройы көнө билдәләнә

13:51 09.12.2024 16+
Бөгөн Ватан Геройы көнө билдәләнә.

Район хакимиәтендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарына Батырлыҡ ордендары тапшырыу тантанаһы үтте. Район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов батыр яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләрен, ҡатындарын һәм балаларын тәбрикләп, тыныслыҡ хаҡына үҙ ғүмерен ҡорбан иткән геройҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтәбеҙ, уларҙың исемдәре бер ҡасан да онотолмаясаҡ тип билдәләне. Руслан Ғөзәйер улы район хакимиәте исеменән батыр улдар үҫтергән ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе.

Яугирҙәр Мозафар Әхмәтҡужин, Айҙар Байрамғолов, Иштуған Басиров, Айгиз Ғүмәров, Рәзил Дауытов, Хәсән Зарипов, Ринат Ибраһимов, Әлфир Лоҡманов, Илһам Мәүлетдинов, Илдус Мәғзүмов, Айнур Мофаззалов, Рәмил Рәхмәтов, Рәфис Сафин, Сергей Слесарев, Ринат Таһиров, Айгиз Юлдашбаев, Йәмил Йәһүҙин, Вадим Исаевтың Батырлыҡ ордендары тапшырылыуы бик тулҡынландырғыс булды. Ватан хаҡына үҙ ғүмерҙәрен биргән Геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Вадим Өмөтбаев батырлығы өсөн юғары награда менән билдәләнгән -Шайморатов миҙалын әсәһе алды. Нәзифә Ғизетдин ҡыҙы рәхмәт һүҙе менән сығыш яһап, ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләне.

1084

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ