Рекламный баннер 990x90px bantop

Йылҡы малының нисә йәштә нисек аталғанын беләһегеҙме?

04:53 16.12.2024 16+
Йылҡы малының нисә йәштә нисек аталғанын беләһегеҙме?

Ҡолон — айғыр ҡолон, бейә ҡолон. Бер йәшкә тиклемге йәш ат. Бер йәшлек булғас, ҡолондоң ялын, ҡойроғон киҫәләр һәм ҡырҡмыш тигән атама бирәләр. Айғыр ҡырҡмыш, бейә ҡырҡмыш Йәки ябаға(ябаға тай)



Тай — ике йәшкә тиклем.

Ҡонан (иркәк мал), ҡонажын (орғасы мал) - ике йәштән өс йәшкә тиклемге йылҡы малы.

Дүнән, дүнәжен - өс йәштән дүрт йәшкәсә.

Дүрт йәштән иркәк мал - айғыр. Орғасы мал - беренсе ҡолонға тиклем байтал, ҡолонлағас, бейә.

Артабан ҡолонламаған бейә - тыу (ҡыҫыр) бейә. Ҡолонһоҙ айғыр - һәүерек. Атҡа әйләндерелгән айғыр - алаша.

254

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ