Рекламный баннер 990x90px bantop

Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡорт теле көнөнә

18:54 13.12.2024 16+
Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡорт теле көнөнә арналған саралар үтте.
Башҡорт теле көнө Башҡортостан Республикаһы башлығы тарафынан 2019 йылда башҡорт телен һаҡла уһәм үҫтереү маҡсатында билдәләнгән. Байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө уңайынан үткәрелә.
Был көндө иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе-Башҡорт теле көнөндә музейҙа райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән «Тел үҫтергән – илде үҫтерер » тип аталған квиз -уйын уҙҙы. Уҡытыусылар үҙ – ара көс һынашып ҡына ҡалманылар музей фондында һаҡланған экспонаттар менән таныштылар, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәттәр тупланылар.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыусы Ҡаҙмаш ауыл халҡы менән музей хеҙмәткәрҙәре Башҡорт теле көнөнә арналған “Телен белгән генә илен белер” исемле сара үткәрҙе. Сарала тыуған телен, ерен яратҡан апайҙар ике командаға бүленеп тел байлығын, хәтер һәм зирәклек талап иткән мауыҡтырғыс уйында ихлас күңелдән, сәмләнеп көс һынаштылар, ахырҙа «Ҡыҙылташ» командаһы еңеүсе булды.
Был бик фәһемле һәм күңелле уйындың мәғәнәһе, ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй, һүҙлек запасын тулыландырырға һәм телмәрҙе байытырға ярҙам итә.
#АбзелиловскийИКМ
#Баҡортелекөнө
#МузеиРБ
1206

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ