Рекламный баннер 990x90px bantop

Ғазапланам. Һағынам. Ғорурланам"

08:37 26.01.2025 16+
Ғазапланам. Һағынам. Ғорурланам"

Бөрйән ҡыҙы, Әбйәлил килене, махсус хәрби операция яугире ҡатыны, ике бала әсәһе Зилиә Баҡыева, ишле ғаиләлә иркәләнеп кенә үҫкән берҙән-бер ҡыҙ, һөйгәне артынан яу барған ерҙәргә гуманитар ярҙам тейәп юллана. Был хаҡта уның үҙе һөйләгәндәрҙе тәҡдим итәбеҙ. "...Һөйгәнемдең йылыһы һаҡланған ер... Ул ҡосаҡлаған эт һәм бесәйҙәрҙе мин дә ҡат-ҡат һыйпап, яратып, яуҙаштарына күрһәтмәй генә әрнеп илай-илай иремдең эҙҙәренә баҫып йөрөнөм..."

“Әҙәм балаһына Аллаһ Тәғәлә сикһеҙ көс биргән. Быны беҙ ғәҙәти тормошта аңлап еткермәйбеҙме – тейешенсә файҙаланмайбыҙ. Әммә шундай ваҡыттар була: күңел көсөң даръя кеүек урғылып сыға ла, бөтә кәртәләрҙе ярып үтеп, һине алға йүгертә. Бигерәк тә был хәл яҡындарың менән бәйле булһа... Улар өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙерһең”, – ти Бөрйән ҡыҙы, Әбйәлил килене, махсус хәрби операция яугире ҡатыны, ике бала әсәһе Зилиә Баҡыева. Ишле ғаиләлә иркәләнеп кенә үҫкән берҙән-бер ҡыҙҙың бөгөн килеп һөйгәне артынан яу барған ерҙәргә юлланыуы – әҫәрҙәргә инер ваҡиға. Был хаҡта яугир ҡатынының үҙе һөйләгәндәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Һуңғы шылтыратыу...

– 2024 йылдың 7 октябре. Киске сәғәт ете тирәһе. Ирем шылтыратты ла, ҡабаланып ҡына: “Хәҙер юлға сығам, бөгөн ҡабат бәйләнешкә инә алмаҫмын. Иртәгә һөйләшербеҙ”, – тине. “Имен генә йөрө, көтәм”, – тинем, һәр мәлдәгесә, иң изге теләктәремде еткерҙем. Әммә был беҙҙең һуңғы һөйләшеүебеҙ булды. Ирем ҡабат бәйләнешкә сыҡманы...

Ул – Вилдан Вәғәз улы Баҡыев – махсус хәрби операция башланғандан алып шунда булды. Тәүҙә өлөшләтә мобилизация буйынса алынды, артабан 2023 йылдың 1 апрелендә контракт төҙөп, М. Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итте. Тәүҙә оборонала йөрөнө, унан штурмлаусы булды, һуңғы айҙарҙа иһә такелажсы бурысын үтәй ине. Былтыр көҙ башында ике аҙналыҡ отпускка ҡайтып киткәйне. Ошо ялына бер ай ҙа үтмәҫтән, ҡапыл бәйләнеш өҙөлдө...

Нимә эшләргә лә белмәйем. Ни әлеге урынындағы хеҙмәттәштәренең телефон һандары юҡ. Старшинаһыныҡын ғына биргәйне, уға яҙам, хәбәрем бара, уҡымай... Сараһыҙҙан, социаль селтәрҙәрҙән исемдәре таныш яуҙаштарын эҙләй башланым. Таптым береһен. Яҙҙым. Яуап бирҙе! “Эйе, “Яман” позывнойлы егет менән яу барған урынға аҙыҡ алып киткәйнеләр. Әлегә бәйләнеш юҡ”, – тигән.

Хәҙер тыныслыҡ бөтөнләй юғалды. Көнө-төнө эҙләргә керештем. Военкоматҡа барам, элекке хеҙмәттәштәренә яҙам, МХО-ға бәйле кешеләргә хәбәрҙәр ебәрәм, шылтыратам... Нисек булдыра алам – барыһына ла тотонам. Ундай осраҡтарҙа бер нәмәнән дә ҡурҡмайһың, һинең өсөн һис ниндәй кәртә юҡ икән. Әммә төрлө урындан – төрлө мәғлүмәт. Аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтмәйҙәр.

Билдәһеҙлектән төн йоҡолары осҡан, һәр хәбәрҙән ҡалтырап төшкән ошондай мәлдә беҙҙең Рыҫҡужа ауылына күрше ятҡан Ҡаҙмаштан махсус хәрби операцияға гуманитар ылау менән юлға сығасаҡтары хаҡында ишетеп ҡалдыҡ. Районыбыҙҙан яугирҙәргә даими булышлыҡ ҡылған шәп ир-егеттәребеҙ – Шухрат Әширов менән Вадим Папанин сираттағы ярҙам сараһын ойошторған. Оҙаҡ уйлап тормай, иремдең бер туған апаһы – Вәлиә ҡәйенбикәм Ямалова менән улар янына һөйләшергә киттек. Хәлебеҙҙе аңлаттыҡ. “Беҙҙе лә үҙегеҙ менән алығыҙ, – тибеҙ. – Часына барып, хеҙмәттәштәрен күреп, дөрөҫөн белгебеҙ килә”. Әммә ир-егеттәрҙең беҙҙе һис алғыһы килмәй. “Машиналарҙың өсөһө лә шыплап тултырылған, урын юҡ, – тиҙәр. – Береһенең артына күсмә мунсаны ла тағабыҙ”. Беҙ ҙә өҙмәйбеҙ ҙә ҡуймайбыҙ. “Урын кәрәкмәй, үҙебеҙҙең машинала барабыҙ, – тибеҙ. – Гуманитар йөк тә тейәйбеҙ. Тик эйәртегеҙ генә”. Шулай итеп, беҙ, ике ҡатын, машинабыҙға ылау тейәп махсус хәрби операция биләмәһенә юлландыҡ. Ноябрь башы ине, ҡар яуған мәл. Мунса менән Инйәр боролошонан менеп булмаясаҡ, тип, Ырымбур яғынан сығып киттек.

Дауамы, https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-01-25/azaplanam-a-ynam-orurlanam-4096853?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
3177

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ