Рекламный баннер 990x90px bantop
31 ғинуар,Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында, тел ғилеме доньяһында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған яҡташыбыҙ Рәсәйҙең тел ғалимәһе, башҡорт теле
07:29 03.02.2025 16+
31 ғинуар,Әбйәлил тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейында, тел ғилеме доньяһында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған яҡташыбыҙ Рәсәйҙең тел ғалимәһе, башҡорт теле өлкәһендәге белгес, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованың хәтер кисәһе үтте. Районыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙын иҫкә алыу кисәһендә Өфө ҡалаһынан улы Тимур Ғаяз улы Мохтаров, бер туған һеңлеһе Рәшидә Ғилмитдин ҡыҙы Зәкирова, район хакимиәтенең социаль үҫеш етәксеһе Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы Рәхимова , райондың башҡорт теле уҡытыусылары, район китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Кисәлә хөрмәтле шәхес тураһында сарала ҡатнашыусылар бик күп һөйләнеләр.Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы район етәкселеге тарафынан Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының исемен мәңгеләштереү өсөн эшләнгән эштәр менән таныштырһа, улы Тимур әсәһе тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, музей фондына Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының шәхси әйберҙәрен бүләк итте.Студент йылдары ғалимә ҡанаты аҫтында үткән элекке уҡыусылары уның ниндәй етәксе, уҡытыусы икәнен иҫкә алдылар.
Сараның сағыу биҙәге “ Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балалар сығыш булды. Балалар йырлап , бейеп кенә ҡалманылар халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһы булған “ Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштереп күрһәттеләр. Тәрбиәселәре Сәитғәлина Әлиә Вәит ҡыҙына, Саитгалина Гөлдәр Марсель ҡыҙына, музыкаль етәкселәре Ғүмәрова Гөлназ Ринат ҡыҙына ҙур рәхмәт.
Бына ошондай хәтер кисәләре ойошторола икән, тимәк, халҡыбыҙҙың рухы һүнмәгән, телебеҙ бар, телебеҙ йәшәй. Шәхес халыҡты күтәрә, шәхестәре менән халыҡ бөйөк була. Халыҡтың күңеленә һалырға кәрәк - шәхестәрен данлағанда ғына халыҡ көслө була.Шәхестәребеҙҙе яҡларға, данларға кәрәк.
Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында 31 ғинуарҙан 28 февралгә тиклем Фирҙәүес Хисамитдинованың тормош юлына, ғилми мираҫына арналған күргәҙмә эшләй. Был күргәҙмә ғалимәнең улы Тимур Ғаяз улы район музейына тапшырған шәхси әйберҙәре менән тулыландырылды.
#АбзелиловскийИКМ
#МузеиРБ
#КультураАбзелил

Оставить сообщение: